Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘБИҒИ МАЛ АҘЫҒЫ ЕРҘӘРЕ

Просмотров: 1471

ТӘБИҒИ МАЛ АҘЫҒЫ ЕРҘӘРЕ, тәбиғи үҫемлектәр япмаһы булған мал аҙығы ерҙәре (сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр). Башҡортостанда Т.м.а.е. майҙаны 3,4 млн га ашыу тәшкил итә, шуларҙан сабынлыҡтар — яҡынса 1,2 млн га, көтөүлектәр — 2,2 млн га ашыу (2013). Иң ҡиммәтлеләре булып уңдырышлы үҫемлектәр япмаһынан торған һыубаҫар туғай һәм уйһыу Т.м.а.е. һанала, улар бөтә ауыл хужалығы зоналарында бар; майҙаны 342 мең га тәшкил итә. Һыубаҫар туғайҙарҙа үҫемлек төрҙәренең күплеге — 50—60, деградацияға бирелгән болондарҙа 10 — 20 төргә етә. Өҫтөнлөк иткән үҫемлек төрҙәре: ҡыяҡлыларҙан — ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә, болон бүтәгәһе, болон тимофеевкаһы, һырылыусан аҡтамыр, болон төлкөғойроғо, аҡ ҡондораҡ; ҡуҙаҡлыларҙан — һары люцерна, сысҡан кәрешкәһе, ҡойма кәрешкәһе, болон клеверы; төрлө үләндәрҙән — ябай ерек ҡураһы, кескәй биҙгәксән, дарыулы ҡырҡъяпраҡ, еҙтөймә һ.б. Ваҡ күстерәле болондар башлыса һыубаҫар туғайҙың үҙән яны өлөшөндә, төрлө ҡыяҡлылар — үҙәк өлөшөндә осрай. Бесәндең уңдырышлылығы — 15—20 ц/га. Деградацияға бирелгән һыубаҫар болондар өҫтән йәки төптән яҡшыртыуға мохтаж, минераль ашламаларҙы (бигерәк тә азотлы ашламалар) файҙаланыу юғары һөҙөмтә бирә. Уйһыу болондарҙа үҫемлектәр япмаһының нигеҙен һаҙ бажаты, үрентеле ҡондораҡ, кәҫле йылантел, болон тимофеевкаһы, болон бүтәгәһе, ер өҫтө ҡолонғойроғо, һары турғай ҡамышы, һырылыусан клевер, болон торна борсағы һ.б. тәшкил итә. Бесәндең уңдырышлылығы — 10—15 ц/га, көтөүлектәрҙәге йәшел массаның — 15—20 ц/га. Был болондарҙы культуралы‑техник (ҡыуаҡлыҡтарҙы таҙартыу, түңгәктәрҙе алып ташлау һ.б.) һәм агротехник саралар (һөрөү, дискылау, үләндәр өҫтәп сәсеү, ашламалар индереү һ.б.) ҡулланып төптән яҡшыртҡандан һуң культуралы көтөүлектәр булдырыла. Урман‑дала а.х. зоналарында мал аҙығы ерҙәренең сағыл, уйһыу һәм һыубаҫар туғай типтары таралған. 60%‑тан ашыу Т.м.а.е. төрлө текәлектәге битләүҙәрҙә урынлашҡан. Төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһы һәм төньяҡ урман‑дала зонаһындағы сағыл мал аҙығы ерҙәрендә — төрлө үлән‑бажатлы һәм ҡыҫҡа үлән‑бажатлы, көньяҡ урман‑дала зонаһындағы ерҙәрҙә аҡсәскә‑типсәкле, ҡыҫҡа үлән‑типсәкле һәм ҡаурый ҡылған м‑н төрлө үлән‑типсәкле үҫемлек япмалары өҫтөнлөк итә. Сабынлыҡтарҙа үҫемлек төрҙәренең күплеге — 50, көтөүлектәрҙә 30 — 35 төргә етә. Үҫемлектәр япмаһында ҡыяҡлыларҙан — таръяпраҡ бажат, болон тимофеевкаһы, болон бүтәгәһе, йыйылма айрауыҡ, ябай ҡондораҡ, типсәк; ҡуҙаҡлыларҙан — болон клеверы, һырылыусан клевер, һары люцерна, сысҡан кәрешкәһе, болон торна борсағы; төрлө үләндәрҙән дарыулы бәпембә, уртансы юл япрағы, ябай меңъяпраҡ, ябай көҙсәскә һ.б. өҫтөнлөк итә. Төньяҡ һәм төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зоналарында бесәндең уңдырышлылығы — 8 — 10 ц/га, көньяҡ урман‑дала зонаһында — 6 — 8; көтөүлектәрҙәге йәшел массаның — 20—25 ц/га. Көтөүлектәрҙең уңдырышлылығын арттырыу һәм төр составын байытыу өсөн улар өҫтән яҡшыртыла (минераль ашламалар индереү, дискылау, үләндәр өҫтәп сәсеү һ.б.), малдарҙы загонда көтөүҙе ҡулланып сабынлыҡ‑көтөүлек әйләнештәре һ.б. индерелә. Тау‑урман зонаһында Т.м.а.е. башлыса тау битләүҙәрендә урынлашҡан. Үҫемлектәр япмаһында төрлө үләндәр өҫтөнлөк итә. Бесәндең уңдырышлылығы — 10—20 ц/га. Уларҙы яҡшыртыу саралары: минераль ашламалар индереү, сабынлыҡ‑көтөүлек әйләнешен һәм малдарҙы загонда көтөүҙе индереү. Төптән яҡшыртыу үткәргәндә һыҙатлы ысул м‑н тиҙләтелгән болонлау ҡулланыла. Урал алды дала зонаһында һәм Урал аръяғы дала зонаһында Т.м.а.е. типик, ташлы һәм тоҙло далаларҙа урынлашҡан. Типик далаларҙа — ҡаурый ҡылған, көньяҡ өлөшөндә — Лессинг ҡылғаны һәм сарепта ҡылғаны, уйһыулыҡтарҙа тырса ҡылған м‑н төрлө үлән‑типсәкле үҫемлек япмалары өҫтөнлөк итә. Сабынлыҡтарҙа үҫемлек төрҙәренең күплеге — 40 — 50, көтөүлектәрҙә 30 — 40 төргә етә. Далалағы үҫемлектәр япмаһында ҡыяҡлылар — 60 — 70%, ҡуҙаҡлылар — 5 — 8, төрлө үләндәр 25—30% тәшкил итә. Ҡиммәтле мал аҙығы үҫемлектәре булған типик далаларҙың Т.м.а.е. үҫемлек төрҙәренең күплеге 80 төргә етә. Үҫемлектәр япмаһында ҡыяҡлыларҙан — Залесский ҡылғаны, сүллек һолобашы, типсәк, дала тимофеевкаһы, еҙүлән; ҡуҙаҡлыларҙан — люцерна, тау клеверы, йылҡы борсағы, астрагалдар; төрлө үләндәрҙән ябай ерек ҡураһы, йәшел еләк, дала шалфейы, бөрмәкәй һ.б. өҫтөнлөк итә. Зонаның төньяҡ өлөшөндә бесәндең уңдырышлылығы — 8 — 12 ц/ га, үҙәк өлөшөндә — 6 — 8, көньяҡ өлөшөндә — 4 — 6 ц/га. Типик дала көтөүлектәре миҙгел эсендә 20—30 ц/га йәшел масса бирә. Өҫтән яҡшыртыуҙы үҫемлектәр япмаһында 30% ҡиммәтле мал аҙығы үҫемлеге һаҡланған аҙ продуктлы дала сабынлыҡтарында һәм көтөүлектәрендә үткәреү маҡсатҡа ярашлы. Деградацияға бирелгән дала Т.м.а.е. тиҙләтелгән болонлау ысулы м‑н төптән яҡшыртыу, битләүҙәрҙә, ҡоролоҡҡа сыҙамлы үләндәр (арышбаш, күк аҡтамыр, сүсле аҡтамырсыҡ, муртһабаҡ, типсәк, люцерна, йылҡы борсағы, ҡандала үләне һ.б.) ҡулланып, һыҙатлы яҡшыртыу үткәрелә. Төптән яҡшыртыу үткәргәндән һуң бесәндең уңдырышлылығы 25—30 ц/га тиклем күтәрелә. Типик дала көтөүлектәрендә, тибен ҡулланып, продуктив йылҡысылыҡ үҫешә. Ташлы далалар Башҡортостандың Урал аръяғында һәм Башҡортостандың Урал алдында эрозияланған ташлы битләүҙәрҙә урынлашҡан. Үҫемлек төрҙәренең күплеге 20—30 төрҙән тора, үҫемлектәр япмаһының проекция ҡаплауы 20 — 30% тәшкил итә. Оносма‑типсәк һәм ҡуян кәбеҫтәһе- типсәк төркөмдәре өҫтөнлөк итә, уларҙың составына сүллек һолобашы, ҡыҙғылт ҡылған, сәнскәк ҡуян кәбеҫтәһе, үтә ябай оносма, себер суҡмар башы, башҡорт ҡан үләне, күк әрем һәм әрмән әреме инә. Бесәндең уңдырышлылығы — 2—4 ц/га, көтөүлектәрҙәге йәшел массаның — 10—15 ц/га. Малдарҙы системаһыҙ көткәндә үҫемлектәр япмаһы тиҙ боҙола, уларҙы агротехник ысулдар м‑н яҡшыртып булмай. Ташлы далалар көтөүлек әйләнешен индереү м‑н файҙаланылырға тейеш. Яҡшыртыу технологияһы типик далаларҙыҡына оҡшаш. Тоҙло далалар Башҡортостандың Урал аръяғында (Баймаҡ һәм Хәйбулла р‑ндары) тупланған. Сабынлыҡтарҙа үҫемлек төрҙәренең күплеге — 20—25, көтөүлектәрҙә 10—15 төр тәшкил итә. Тоҙло ҡара болон тупрағында (ҡара: Тоҙло тупраҡ) мамығүлән, татырлыҡ арпаһы, шешмәк төлкөғойроҡ, һырылыусан аҡтамыр, иң ҡоро тоҙло ҡара тупраҡта типсәк‑әремле һәм типсәк-бөҙрәгөллө үҫемлек төркөмдәре үҫә. Бесәндең уңдырышлылығы — 2—6 ц/га, көтөүлектәрҙәге йәшел массаның — 15—20 ц/га. Был типтағы Т.м.а.е. яҡшыртҡанда татырлыҡ аҡтамыры, сүсле аҡтамырсыҡ, муртһабаҡ, арышбаш, аҡ һәм һары ҡандала үләнен сәсеү ҡулланыла. Тоҙло далаларҙы сабынлыҡтар итеп файҙаланыу маҡсатҡа ярашлы.

Әҙәб.: М и р к и н Б.М. Экология растительности сельскохозяйственных земель Башкирии. Уфа, 1990; Г у б а й д у л л и н Х.Г. Пути увеличения белковых кормов. Уфа, 1991; Система ведения агропромышленного производства в Республике Башкортостан. Уфа, 1997.

Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: