Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРЫШБАШ

Просмотров: 1262

АРЫШБАШ (Agropyron), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 15 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала, Австралияла, Яңы Зеландияла таралған.

Башҡортостанда 4 төрө үҫә: кикрекле А., ҡырлы А., мурт йәки себер А., сүллек А. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки төбөндә быуынлы‑бөгөлгән, 50—100 см бейеклектә. Япрағы тар ҡыяҡ. Сәскәлеге — күп сәскәле башаҡсаларҙан торған ҡырлы башаҡ. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—авг. өлгөрә. Далала, ташлы битләүҙә үҫә, башлыса Башҡортостандың Урал алдында, һирәгерәк Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таралған. Мурт А. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Мал аҙығы үҫемлектәре. Составында А, С, Е витаминдары, кумарин һәм фенол берләшмәләре булған кикрекле А. халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Культураға йомшаҡ ҡыуаҡ булып үҫкән ярым өҫкө ҡыяҡлы, ҡырлы А. индерелгән. 1000 орлоғоноң ауырлығы 2 г. Ҡоролоҡҡа һәм ҡышҡа сыҙамлы үҫемлек. Үҫтереү өсөн тоҙлолоғо аҙ булған тупраҡ яраҡлы. 10 көнгә тиклем һыу баҫыуға сыҙай. А. ужым йәки яҙғы иген культуралары ҡапламы аҫтына сәселә (ҡара: Ҡаплам аҫтындағы сәсеүлектәр). Төп элгәрҙәр: ужым арышы, аралыҡ культуралары, бер йыллыҡ үләндәр. Сәсеү нормаһы 12—4 кг/га, ҡуҙаҡлы мал аҙығы культуралары м‑н ҡатнашмала — 6—8 кг/га. Уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 170, бесән — 18, орлоҡ — 4; 100 г йәшел массала (башаҡланыу фазаһында) 23 аҙыҡ берәмеге, 4 кг үҙләштерелеүсе протеин бар, 100 кг бесәндә ярашлы рәүештә — 49 һәм 7 (Баймаҡ тәжрибәпроизводство хужалығы, 2000). А. культуралы бесәнлектәр һәм көтөүлектәр булдырғанда ҡулланыла. 1977—84 йй. Урал аръяғы дала зонаһында боҙолған тупраҡтарҙы тергеҙер өсөн үлән ҡатнашмаһында А. ҡулланыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр БНИПТИЖиК‑та (М.Ҡ.Харисов) һәм Биология институтында (Ә.Х.Моҡатанов) үткәрелгән. А. башлыса Урал аръяғы һәм Урал алды дала зонаһында үҫтерелә. БР б‑са респ. селекционерҙары сығарған Чишминский ширококолосый 6 сорты ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Характеристика сортов сельскохозяйственных культур, включённых в Госреестр по Республике Башкортостан: пособие для агрономов. Уфа, 1997.

М.Ҡ.Харисов, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: