Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДОЛМАТОВ Геннадий Константинович

Просмотров: 1397

ДОЛМАТОВ Геннадий Константинович (1.9.1930, Урал өлкәһе Уралец ҡсб), тау инженеры‑геолог. Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1991). 1956 й. алып “Уралцветметразведка” тресы Баймаҡ геологик разведка партияһының баш инженеры, 1959 й. — Башҡортостан территориаль геология идаралығы Сибай геологик разведка экспедицияһының баш геологы; 1967—97 йй. “Урал геологик төшөрөү экспедицияһы” ААЙ‑нда (Екатеринбург ҡ.) эшләй. Фәнни-производство эшмәкәрлеге Башҡортостандың Урал аръяғында баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалауға бәйле. Бүребай ятҡылығы районында эҙләнеү эштәре менән етәкселек итә, Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығына өҫтәлмә разведка үткәрә. Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылығын беренсе асыусы, Маҡан һәм башҡа ятҡылыҡтарҙы асыуҙа ҡатнаша. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1980).

Б.Д.Мәһәҙиев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.11.2022
Связанные темы рубрикатора: