Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЖИВЕ ЯРУСЫ

Просмотров: 1324

ЖИВЕ ЯРУСЫ, девондың урта бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Эйфель ярусы һәм франс ярусы араһында урынлашҡан. Живе ҡ. (Төньяҡ Франция) районында Ж.Омалиус д’Аллуа тарафынан айырып күрһәтелә (1839), Ж.‑О.Госселе асыҡлаған (1880). Башҡортостанда Ж.я. ултырмалары ҡаҙылма организм ҡалдыҡтарын (брахиоподтар, мәрйендәр һ.б.) туплаған диңгеҙ ҡатламдарынан тора. Көньяҡ Уралда Ж.я. чусов, чеслав, паший горизонттарын һәм ҡын горизонтының өҫкө өлөшөн үҙ эсенә ала. Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендә чеслав горизонты — эзбизташтан, чусов һәм паший горизонттары терриген ҡатламдарҙан ғибәрәт. Башҡортостандың платформа өлөшөндә карбонатлы һәм терриген тау тоҡомдарынан торған һәм нефтле воробьёв, ардатов һәм мулла ярым горизонттарын үҙ эсенә алған Старый Оскол горизонты — йәше буйынса чусов һәм чеслав горизонттарының аналогы айырыла. Магнитогорск мегасинклинорийында Ж.я. ултырмалары олотау свитаһы һәм үрләде ҡатламына айырылған вулканоген һәм вулканоген-ултырма тоҡомдарҙан (ҡалынлығы 1500 м тиклем) ғибәрәт.

  Әҙәб.: М а с л о в В.А. Девон восточного склона Южного Урала. М., 1980; М а с л о в В.А., А р т ю ш к о в а О.В. Стратиграфия и корреляция девонских отложений Магнитогорской мегазоны Южного Урала. Уфа, 2010.

В.А.Маслов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.11.2022
Связанные темы рубрикатора: