Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УТҠА СЫҘАМЛЫ МАТЕРИАЛДАР

Просмотров: 1219

УТҠА СЫҘАМЛЫ МАТЕРИАЛДАР, юғары т‑рала механик йөкләмәләрҙе оҙаҡ ваҡыт емерелмәйенсә күтәрә алған материалдар. У.с.м. тимер, кобальт, никель нигеҙендәге иретмәләр, ауыр иреүсән металдар һәм улар нигеҙендәге иретмәләр, ҡайһы бер керамик композицион материалдар инә. 20 б. 50‑се йй. башынан Башҡортостанда У.с.м. машиналар эшләү пр‑тиеларында авиация двигателдәрен һәм энергия ҡулайламаларын етештереүҙә файҙаланыла. У.с.м. ҡойолмаларҙы һәм үртәлгән онтаҡтарҙы легирлау, йүнәлешле кристаллаштырыу, деформациялау юлы м‑н алына. Утҡа сыҙамлы иретмәләр дисперслы өлөшсәләр барлыҡҡа килтергән һәм иреү т‑раһы юғары булған фазаларҙы айырған матрицаны нығытҡыс элементтар м-н легирлана. Иретмәне легирлаусы элементтарҙың бер үк композицияһы өсөн утҡа сыҙамлылыҡ монокристаллик төҙөлөштән поликристаллик төҙөлөшкә, ҡойолған структуранан деформацияланған структураға, эре бөртөклөнән ваҡ бөртөклөгә, махсус түбән энергиялы бөртөктәр сигенән (когерент, игеҙәк булған) ҙур мөйөшлө, тигеҙ булмағандарға күскән ваҡытта кәмей. 70‑се йй. башынан “БашНИПИстром”да (Ө.Ш.Шәйәхмәтов, В.А.Щетинкин һ.б.) төҙөлөштә, БР‑ҙың сәнәғәт пр‑тиеларында ҡулланылған У.с.м. уйлап табылған һәм үҙләштерелгән. 80‑се йй. башынан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында (О.Ә.Ҡайбышев, Ф.З.Үтәшев һ.б.) утҡа сыҙамлы иретмәләрҙән яуаплы тәғәйенләнешле деталдәрҙе яһау өсөн ресурс һаҡлаусы технологиялар (ҡара: Прокатлау) эшләнгән, улар Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә һәм «“Салют” газ турбиналары эшләү ғилми‑производство үҙәге» ФДУП‑ында (Мәскәү) файҙаланыла. Конструкциялар өсөн тәғәйенләнгән У.с.м. алыуҙың перспектив нигеҙе сифатында интерметаллидтар, керамика, композиттар, шулай уҡ агрессив һәм окисланған мөхиттәрҙә эшләү өсөн утҡа сыҙамлы ҡаплауҙар м-н һаҡланған ауыр иреүсән металдар ҡарала.

Ф.З.Үтәшев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: