Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛА ТРАНСПОРТЫ

Просмотров: 1549

ҠАЛА ТРАНСПОРТЫ, ҡала терр‑яһында һәм ҡала янындағы зонала халыҡ һәм йөк ташыу, ш. уҡ ҡаланы төҙөкләндереү эштәрен башҡарыусы транспорт төрҙәре комплексы. Транспорт сараларын (хәрәкәттәге состав), юл ҡоролмаларын (рельслы юлдар, күперҙәр, станциялар, туҡталыу пункттары, туҡталыу өсөн урындар һ.б.), энергия м‑н тәьмин итеү сараларын (тартыусы электр подстанциялары, кабель һәм контакт селтәрҙәре, май-яғыулыҡ станциялары), ремонт оҫтаханалары һәм з‑дтарын, депо һәм гараждарҙы, линия ҡоролмаларын (элемтә, сигнализация һ.б.), диспетчер идаралыҡтарын һ.б. үҙ эсенә ала. Тәғәйенләнеше б‑са пассажир (йәмәғәт һәм шәхси), йөк һәм махсус транспорт, милек төрө б‑са — дәүләт, муниц., шәхси транспорт, транспорт төрө б‑са автомобиль транспорты, йылға транспорты, тимер юл транспорты айырыла. Пассажирҙарҙы йөрөткән Ҡ.т. автобустар, трамвайҙар, троллейбустар, метрополитен, еңел автомобилдәр һәм 2 тәгәрмәсле транспорт (мотоциклдар, велосипедтар һ.б.); моторлы һәм ишкәкле кәмәләр, борам һ.б. инә. Йөк ташыған Ҡ.т. дөйөм тәғәйенләнешле һәм махсус йөк автомобиль транспортын, сәнәғәт т. юл һәм йылға транспортын үҙ эсенә ала. Махсус Ҡ.т. ҡала һәм ҡала халҡы ихтыяждарын хеҙмәтләндереүсе автомобилдәрҙән (ҡар таҙартыу һәм ташыу, һепереү, тротуарҙар таҙартыу һәм һуғарыу, янғын һүндереү, санитария, сүп ташыу машиналары һ.б.) тора. 20 б. башында Башҡортостан ҡалаларында төп йөрөү сараһы егеүле транспорт була. 1913 й. Өфөлә 400‑гә яҡын ылаусы иҫәпләнә, улар йылына 1 млн тиклем пассажир ташый. 1920 йй. автобус бәйләнеше үҫешә башлай. Өфөләге тәүге автобустар (3 дана) йөк автомобилдәре нигеҙендә йыһазландырыла һәм пассажирҙарҙы Үҙәк— Тимер юл вокзалы—Сафронов пристане маршруты б‑са йөрөтә. 30‑сы йй. уртаһында Өфө автопаркында 24 урынлы АМО маркалы ун автобус була, пассажирҙар 5 маршрут б‑са йөрөтөлә. 1938 й. таксомоторҙар — 4 урынлы М‑1 маркалы еңел автомобилдәр күренә башлай. 1936 й. Өфөлә трамвай хәрәкәте асыла; 1940 й. ҡарата трамвай юлдарының оҙонлоғо 21 км, трамвай вагондары һаны 32‑гә етә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң транспорт машиналары эшләүҙең йылдам үҫеше респ. ҡалаларында төрлө төрҙәге пассажир транспорты барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә (ҡара: табл.). 1957 й. Салауат ҡ. трамвай хәрәкәте асыла (1960 й. ҡарата юлдар оҙонлоғо 14 км тәшкил итә, 40 трамвай вагоны була). 1961 й. Стәрлетамаҡ ҡ. (линия оҙонлоғо 15 км), 1962 й. Өфөлә (30 км) троллейбус хәрәкәте асыла. Өфөлә Ағиҙел һәм Ҡариҙел йй. 6 йылғаны аша сығыу ҡулайламаһы эшләй (2012). Респ. башҡа ҡалаларында пассажирҙар күберәк автомобиль транспортында йөрөй. БР‑ҙа пассажирҙарҙы автомобиль транспортында ташыуҙы 2 меңдән ашыу пр‑тие, ш. иҫ. “Башавтотранс”, Башҡортостан автовокзалдар һәм пассажирҙар автостанциялары производство берекмәһе; трамвай һәм троллейбус хәрәкәтен Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡҡ. электр транспорты идаралыҡтары (ҡара: Трамвай паркы, Троллейбус паркы) ойоштора; Өфөлә ҡала эсе бәйләнешенең йылға транспорты эшмәкәрлеген “Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округының граждандарҙы яҡлау идаралығы” муниц. бюджет учреждениеһының Һыу аша сығыу ҡулайламалары хеҙмәте, ш. уҡ шәхси эшҡыуарҙар тормошҡа ашыра. Йөк ташыуҙы үҙәкләштерелгән ҙур транспорт пр‑тиелары (“Башавтотранс”, “Баштрансагентство” һ.б.) башҡара. Махсуслаштырылған автомобиль транспорты эшмәкәрлеген торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе пр‑тиелары ойоштора.

О.В.Дмитриева

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Ҡ а л а л а ғ ы  п а с с а ж и р ҙ а р  т р а н с п о р т ы  э ш е

Күрһәткестәр

1970

1980

1990

2000

2010

2011

Автобус линияларының оҙонлоғо,

мең км:

  ҡала-тирә

  ҡала эсе

 трамвай юлдары, км

 троллейбус линиялары, км

 

 

4,8

9,5

73,0 62,0

 

 

7,2

10,5

81,0

86,0

 

 

14,4

2,0

83,3 107,3

 

 

26,1

2,5

77,9  130,5

 

 

18,5

2,1

56,2

160,3

 

 

19,0

2,0

56,3

160,9

Хәрәкәттәге состав, дана

 автобустар:

  ҡала-тирә

  ҡала эсе

 трамвайҙар

 троллейбустар

 

 

488

561

388

187

 

 

932

480

306

 

 

946

1082

485

335

 

 

895

1367

383

359

 

 

238

384

 

 

228

389

Маршруттар һаны

 автобустар:

  ҡала-тирә

  ҡала эсе

 трамвайҙар

 троллейбустар

 

 

104

 

 

129

 

 

464

178

25

32

 

 

666

217

23

33

 

 

478

148

15

39

 

 

478

144

15

39

Пассажир ташылған, млн кеше

 автобустарҙа:

  ҡала-тирә

  ҡала эсе

 трамвайҙарҙа

 троллейбустарҙа

 ҡала эсе бәйләнешенең йылға

 транспортында, мең кеше:

  транспорт линиялары

  экскурсия-ял итеү линиялары

 

 

74,2 280,8 139,7 86,0

 

 

 

 

121,5 469,3 148,8 123,9

 

 

 

 

189,0 404,7 100,0 149,6

 

 

 

 

67,0 294,8 136,5 184,7

 

 

99,5

41,0

 

 

28,9

149,9

40,8

69,6

 

 

885,1

57,4

 

 

28,8

137,0

35,1

59,7

 

 

709,5

57,8

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: