Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАРИАЦИЯЛАР

Просмотров: 1173

ВАРИАЦИЯЛАР (лат. variatio — үҙгәреш), 1) теманы (ҡайһы саҡта ике йәки күберәк) артабан үҙгәртеп ҡабатлауҙар м‑н сағылдырыуға ҡоролған муз. форма. Теманың көйө, ритмы, фактураһы, гармонияһы, тембры, тоны, композицияһы, жанры, образы үҙгәрергә мөмкин. В. үҙ аллы муз. әҫәр, ш. уҡ ҙур вокаль йәки инструменталь форманың (опера, оратория, кантата, симфония, концерт һ.б.) бер өлөшө була ала. В. төрлө билдәләр б‑са айырыла: теманан ситләшеү кимәле б‑са — ҡәтғи һәм ирекле; үҙгәреү алымдары б‑са — орнаментлы һәм жанрлы-характерлы. Ҡәтғи В. остинатолы, йәғни билдәле бер темаға (basso ostinato, cantus firmus, soprano ostinato) һәм остинатоһыҙ булырға мөмкин. Ирекле В. теманы ярайһы ныҡ үҙгәртеү, хатта тәүге сығанаҡтан бөтөнләй ситләшеү м‑н айырыла. В. халыҡ музыкаһында барлыҡҡа килгән. Башҡортостандың өлкән быуын композиторҙары ижадында ҡәтғи орнаментлы һәм жанрлы- характерлы В. киң таралған: Х.Ф.Әхмәтовтың Флейта һәм фп. өсөн баллада һәм вариациялары, Н.Я.Инякиндың — Татар халыҡ йыры “Әпипә” темаһына баян өсөн, В.Н.Клепининдың — Башҡ. халыҡ йыры “Ҡарабай” темаһына фп. өсөн, Н.Ғ.Сабитовтың Фортепьяно өсөн ете вариацияһы, Р.В.Сәлмәновтың — Скрипка һәм фп. өсөн, М.М.Вәлиевтең “Аҡ ҡайын” йыры темаһына вариациялары һ.б. Ирекле В. Р.Х.Ғәзизовтың Фортепьяно, ҡыллы һәм һуҡма муз. ҡоралдары өсөн концертын, Л.З.Исмәғилеваның Фортепьяно өсөн вариацияларын, Р.Ғ.Ҡасимовтың Фортепьяно өсөн өс вариацияһын миҫал итеп килтерергә була. Хәҙ. башҡ. композиторҙары ижадында йышыраҡ ҡәтғи basso ostinato В. осрай: Исмәғилеваның Пасскалья һәм фугаһы, Д.Д.Хәсәншиндең Ҡыллы квартет өсөн basso ostinato, Ғәзизовтың Concerto grosso һәм симфоник оркестр өсөн 2 концерты, А.Д.Хәсәншиндең Скрипка һәм ҙур симфоник оркестр өсөн симфонияһы һ.б.

2) Балетта ҡыҫҡа, әммә композиция йәһәтенән киңәйтелгән һәм техник яҡтан ҡатмарлы бейеү. Ғәҙәттә, В. па-де-де, па-де-труа, гран-па өлөштәре булып тора, ш. уҡ үҙ аллы эпизодтар булырға ла мөмкин. Бер йәки бер нисә бейеүсе башҡара, әҫәрҙең эстәлегенә һәм персонаждың образына ҡарап партер (техник яҡтан ҡатмарлы, бәләкәй бейеү хәрәкәттәренән) һәм һикерешле В. бүленә. БДОБТ‑ның милли репертуарына индерелгән балет спектаклдәрендәге В. акад. формаларҙы милли башҡ. хореографияһы м‑н берләштерә [“Сыңрау торна” балетында Зәйтүнгөлдөң партер В.; Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаевтың “Ҡара йөҙҙәр” (“Черноликие”) балетында Ғәлимәнең партер В. һәм Сихырсы партияһында ҡатын- ҡыҙ В. ҡатнаш төрө; Исмәғилеваның “Арҡайым” (“Аркаим”) балетында Эркенең, “Тау бөркөтө” (“Горный орёл”) балетында Салауаттың, “Сыңрау торна” балетында Йомағолдоң һикерешле В. һ.б.]. 

 

Е.Р.Скурко, Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: