Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА СКВАЖИНАЛАРЫН ГЕОФИЗИК ӨЙРӘНЕҮ ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1361

ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА СКВАЖИНАЛАРЫН ГЕОФИЗИК ӨЙРӘНЕҮ ИНСТИТУТЫ, ғилми-производство предприятиеһы, АЙ. Октябрьский ҡ. урынлашҡан. 1956 й. Бөтә Союз геофизика ҒТИ‑ның Волга-Урал филиалы булараҡ асыла, 1972 й. алып Бөтә Союз геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ институтына үҙгәртелә, 1995 й. башлап ААЙ, 2016 й. — Асыҡ АЙ, 2020 й. — Геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ институты исемен йөрөтә. Институттың ғилми бүлектәре нигеҙендә Бөтә Союз нефть промыслаһы геофизикаһы ҒТИ (ҡара: “Геофизика”) һәм Бөтә Союз геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми-тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ институтының Калинин бүлексәһе (Тверь ҡ.) ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: скважиналарҙы геофизик тикшереү өсөн, ш. иҫ. вертикаль сейсмик профиль биреү, акустик, радиоактив һәм гидродинамик каротаж, электромагнит дефектоскопия, күп каналлы һанлы спектрометрия өсөн технологиялар һәм аппаратура уйлап табыу; горизонталь һәм ауыш йүнәлешле, үтә тәрән скважиналарҙы тикшереү өсөн автоном приборҙар һәм системалар эшләү һәм производствоға индереү; геофизик эштәр, скважиналарҙың техник торошон контролдә тотоу, экологик мониторинг һ.б. Институт составына 7 ғилми бүлек, һынау һәм 2 ғилми лаборатория, тәжрибә производствоһы, белем биреү‑ғилми һәм метрология үҙәктәре, 11 фәнни‑производство предприятияһы һәм фирмаһы инә. 2022 й. 2 мөхбир ағзаһы, 1 Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы академигы, 1 доктор, 13 фән кандидаты һәм 150‑нән ашыу белгес һ.б. эшләй. Геофизик техника һәм ҡорамалдар буйынса 300‑ҙән ашыу тәжрибә-конструкторлыҡ уйлап табыу, скважиналарҙы тикшереүҙең 75 технологияһы эшләнә. Уйлап табыуҙарға 800‑ҙән ашыу авторлыҡ танытмаһы һәм патент алына, 2600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт баҫыла. Белоруссия, Германия, Канада, Ҡаҙағстан, Ҡытай, РФ, Украина, Япония һ.б. ҒТИ‑лары һәм үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек итә. Директорҙары: И.И.Башлыкин (1956 й. алып), Н.Г.Нестеренко (1957 й. алып), Л.Г.Петросян (1961 й. алып), И.Г.Жувагин (1965 й. алып), А.А.Молчанов (1970 й. алып), Е.С.Кучурин (1988 й. алып), В.К.Утопленников (1990 й. алып), В.А.Опрокиднев (1992 й. алып), В.К.Теплухин (1996 й. алып), А.П.Поляков (2003 й. алып), В.Т.Перелыгин (2005 й. алып).

В.К.Теплухин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.11.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: