Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГИДРОГЕОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ

Просмотров: 1202

ГИДРОГЕОЛОГИК РАЙОНЛАШТЫРЫУ, ер аҫты һыуҙарының таралыу, ятыу һәм барлыҡҡа килеү шарттарының мөһим айырмалыҡтары буйынса ер ҡабығында бүленгән участкалар. Г.р. ваҡытында ҙур геологик структураларҙағы гравитацион ер аҫты һыуҙары ятыуының һәм төп гидрографик селтәргә ҡойған баҫымһыҙ, ярымбаҫымлы һыуҙар ағышының үҙенсәлектәре иҫәпкә алына. Геологик структураларҙың сиктәрендә гидродинамик ҡаттарға бүленә: өҫтәгеһе — торошо хәҙерге физик‑географик шарттар менән билдәләнгән баҫымһыҙ‑ярымбаҫымлы зона, аҫтағыһы — был шарттар тәьҫир итмәгән баҫымлы һыу зонаһы. Г.р. төп берәмектәре — төбәк (бассейндар системаһы), провинция (беренсе тәртиптәге бассейндар), провинция эргәһендә (икенсе тәртиптәге бассейндар), өлкә (өсөнсө тәртиптәге йәки төбәк ҡойоу бассейндары). РФ‑тың Г.р. буйынса (Р.Ф.Абдрахманов, В.Г.Попов, Н.Н.Толстунова) БР территорияһы 3 провинцияға ҡарай: Көнсығыш Европа ҡатлам (ҡабыҡ-блок һәм блок‑ҡатлам) һыуҙарҙың бассейндар системаһының Көнсығыш Рәсәй ҡатмарлы бассейны, Урал алды ҡатмарлы бассейны, Таймыр-Урал ҡабыҡ (юлаҡ‑блок, ҡатлам-блок һәм ҡатлам) һыуҙары бассейндары системаһының Оло Урал ҡатмарлы бассейны. (Ҡара: карта).

  Әҙәб.: Методические основы гидрогеологического районирования территории СССР. М., 1990.

В.Ф.Ткачёв

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2022