Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЙНУЛЛИНА Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы

Просмотров: 1625

ҒӘЙНУЛЛИНА Мәхмүзә Кәлим ҡыҙы (6.9.1947, БАССР‑ҙың Нуриман районы Яңы Күл а.), акушер-гинеколог, профпатолог. Медицина фәндәре докторы (1999). РФ‑тың (1999) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡаҙанған табибы. Журналистар союзы ағзаһы (1997). БДМИ‑ны тамамлаған (1973). 1975 й. алып Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда эшләй: 1980 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1985 й. — клиниканың баш табибы, 2002 й. — баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге насар производство факторҙарының нефть эшкәртеү сәнәғәтендә, нефтехимия сәнәғәтендә эшләүселәрҙең репродуктив һаулығына тәьҫирен өйрәнеүгә; һөнәри ауырыуҙарҙы иҫкәртеүҙең һөҙөмтәле сараларын эшләүгә арналған. 1974—99 йй. Башҡортостан ДТРК‑нда “Һаулыҡ” телетапшырыуының авторы һәм алып барыусыһы. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2022).

 Х е ҙ м.: Профессиональный риск нарушений репродуктивного здоровья работниц нефтехимических производств. Уфа; М., 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.05.2023
Связанные темы рубрикатора: