Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҢҒЫРАУҘАР ЙӘМҒИӘТЕ

Просмотров: 741

ҺАҢҒЫРАУҘАР ЙӘМҒИӘТЕ, дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы. Һ.й. БР буйынса төбәк бүлексәһе 1926 й. Бөтә Рәсәй һаңғырау‑телһеҙҙәр берекмәһенең Өфө ҡала бүлеге булараҡ ойошторола, 1928 й. алып Башҡортостан өлкә бүлеге; 1950 й. башлап Һ.й. Башҡортостан бүлеге, 1996 й. — Башҡортостан республика ойошмаһы, 2007 й. алып Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — ишетеү буйынса инвалидтарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау, уларҙың социаль һәм хеҙмәткә яраҡлылығын реабилитациялау. Составына 8 урындағы бүлексә, Өфө һаңғырауҙар мәҙәниәт йорто инә. Ойошма ишетеү буйынса 2 меңгә яҡын инвалидты берләштерә (2022). 2006 й. тиклем бүлексә составына Стәрлетамаҡ (1945 й. асылған), Белорет (1956), Өфө (1958) социаль‑реабилитация предприятиелары (бөтәһе лә — ЯСЙ) ингән; Өфө һәм Белорет предприятиелары — электротехник изделиелар, Стәрлетамаҡ предприятиеһы тегеү изделиелары сығарған.

А.Ә.Румянцева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 13.02.2024
Связанные темы рубрикатора: