Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАРИФУЛЛИН Фәрит Шәрифулла улы

Просмотров: 1435

ҒАРИФУЛЛИН Фәрит Шәрифулла улы [20.12.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Күсәрбай а. (БР‑ҙың Благовар районы) — 16.8.2018, Өфө ҡ.], агроном. БР ФА‑ның почётлы академигы (1995), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1984), профессор (1985). РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1952) Биология институтында эшләй: 1964 й. алып өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1965 й. — лаборатория мөдире һәм бер үк ваҡытта директор урынбаҫары. 1980 й. башлап БДАУ‑ҙа: тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире, 1983 й. — фәнни эштәр буйынса проректор, 1990 й. алып игенселек һәм тупраҡ ғилеме кафедраһы мөдире, 1995—2009 йй. уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге шарттарында тупраҡтың барлыҡҡа килеү процесы үҙенсәлектәрен, тупраҡтың уңдырышлылығын, респ. тупраҡтарының агрофизик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. Игенселектең тупраҡ һаҡлаусы һәм ландшафт системаларын эшләүҙә, БАССР территорияһын тупраҡ эрозияһы буйынса районлаштырыуҙы үткәреүҙә (1976), БАССР-ҙың тупраҡ картаһын төҙөүҙә (1975) ҡатнашҡан. БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты.

 Х е ҙ м.: Почвы Южного Урала и их рациональное использование. Ульяновск. 1987 (авторҙ.); Зонально-экологические особенности почв РБ и адаптация систем земледелия к агроландшафтам. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Н.Р.Бәхтизин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0