ВЛАСОВ Александр Георгиевич
ВЛАСОВ Александр Георгиевич (27.3. 1957, Назарово ҡ.), тренер. Спорт ориентиры б-са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2001), биатлон б-са бөтә Рәсәй категориялы судья (2009). РФ-тың физик культура һәм спорт отличнигы (2000). Красноярск пед. ин-тын тамамлаған (1982). 1994 й. алып 53‑сө урта мәктәптең (Новоуральск ҡ.), 1999 й. — 2-се ДЮСШ‑ның (Озёрск ҡ.), бер үк ваҡытта 2003 й. — 7‑се СДЮСШОР‑ҙың (Өфө) спорт ориентиры б-са тренер-уҡытыусыһы. 2006 й. башлап 1‑се СДЮСШОР‑ҙың (Златоуст ҡ.) биатлон б-са тренер-уҡытыусыһы. 1995 й. алып спорт ориентиры б‑са Рәсәй йыйылма командаһы тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Т.Г. Власова, ш. уҡ 9 Рәсәй спорт мастеры.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина