Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЛАСОВА Татьяна Германовна

Просмотров: 1270

ВЛАСОВА Татьяна Германовна (21.5. 1977, Горнозаводск ҡ.), спортсы. Саңғыла спорт ориентиры б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2001). Горнозаводск СДЮСШОР-ы тәрбиәләнеүсеһе, 2003—06 йй. Өфөнөң 7‑се СДЮСШОР- ы өсөн сығыш яһай (тренеры А.Г.Власов). Донъя (2000, 2002, 2004; 2 тапҡыр, 2005; 4 тапҡыр, 2007; 2009), Европа (2 тапҡыр, 2001; 2 тапҡыр, 2003; 3 тапҡыр, 2006; 3 тапҡыр, 2008; 3 тапҡыр, 2010—11), Рәсәй (41 тапҡыр, 1996— 98, 2000—09) чемп., Рәсәй кубоктарын абс. яулаусы (1997, 2001—02), донъя (2004; 2009) һәм Европа (2001, 2003, 2006, 2008, 2010—11) чемпионаттарының көмөш, донъя (2000, 2002; 2009) һәм Европа (2003, 2010) чемпионаттарының бронза призёры; дөйөм зачётта Донъя кубогын яулаусы (2008) һәм уның көмөш призёры (2001, 2003, 2006). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995 й. алып).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019