Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫУ АЛЫУ ҠОРОЛМАҺЫ

Просмотров: 1034

ҺЫУ АЛЫУ ҠОРОЛМАҺЫ, һ ы у а л ы у, гидроэнергетика, һыу менән тәьмин итеү, һуғарыу һ.б. ихтыяждарында һыу сығанағынан (йылға, күл, һыуһаҡлағыс, ер аҫты сығана­ғынан) алынған тейешле сифаттағы һыуҙы һыу үткәргескә (канал, үткәргес торба, тоннелдәр һ.б.) кәрәкле миҡдарҙа һәм һыу ҡулланыу режимына яраҡлы ебәреү өсөн тәғәйенләнгән гидротехник ҡоролмалар. Гидроэлектростанцияларҙың Һ.а.ҡ. башлыса йылғаларҙа гидроузел составында ҡорола, тәрәндәге (плотина, яр йәки башня тибындағы) һәм аҙ баҫымлыға бүленә. Һыу м‑н тәьмин итеү системаларының Һ.а.ҡ. һыу сығанағы тибы б‑са йылға (ярҙа, үҙәндә урынлашҡан, йөҙгән, сүмесле), күл, һыуһаҡлағыс, диңгеҙ һ.б. төрҙәргә айырыла. Һуғарыу Һ.а.ҡ. плотиналы (өҫтә һәм тәрәндә урынлашҡан) һәм плотинаһыҙ (өҫтәге һәм шпорлы) була. Башҡортостанда 1901 й. 5,3 км һыу үткәргес селтәре булған тәүге һыу алыу ҡоролмаһы инженер С.М.Кирпичников проекты б‑са төҙөлә (Өфөлә, Ағиҙел й. уң ярында), ул 1963 й. тиклем файҙаланыла. Респ. Һ.а.ҡ. бөтә эре, урта һәм бәләкәй һыу­һаҡлағыстарҙа бар. Өфөнө һыу м‑н инфильтрация тибындағы 6 ер аҫты (Дим, Иҙәк, “Кооператив аҡлан”, Төньяҡ, Шаҡша һәм Көньяҡ һыу алғыстары) һәм асыҡ типтағы 1 йылға (Төньяҡ сүмесле һыу алғысы — Өфө й. өҫтөнән ала) Һ.а.ҡ. тәьмин итә. Шаҡша һәм Төньяҡ сүмесле һыу алғыстарының таҙартыу схемаһына һыуҙы ультрафиолет м‑н таҙартыу системаһы индерелгән (ҡара: Һыу таҙартыу). Респ. Һ.а.ҡ. төҙөүҙе “Коммунводоканалпроект” ЯАЙ проектлаған, Һ.а.ҡ. төҙөү өсөн изделиеларҙы Өфө тимер‑бетон изделиелар заводы “Эколог” Башспецнефтестрой сығара.

Әҙәб.: Б у р д ы г и н Г.А. Ровесник века: К 100‑летию Уфимского водопровода. Уфа, 2001; Водоснабжение. Проектирование систем и сооружений: в 3 т. Вологда; М., 2001.

Э.И.Мөлөков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: