Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯРҘАМСЫ ЭНЕРГИЯ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ

Просмотров: 2273

ЯРҘАМСЫ ЭНЕРГИЯ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ, бәләкәй үлсәмдәге газ турбиналы двигатель. Компрессор м‑н ҡыҫылған һауа алыу, ш. уҡ даими һәм үҙгәреүсән ток генераторҙары булыуы хас. Ҡыҫылған һауа — төп двигателдәрҙе эшләтеп ебәреү, кондициялау системаларын, электр генераторҙарының приводтарын тәьмин итеү өсөн самолёт системаларына, электр тогы осоу аппараттарының радио һ.б. ярҙамсы ҡорамалдарына бирелә. Осоу ваҡытында авария шарттарында двигателде эшләтеп ебәреү һәм энергия сығанағы сифатында ҡулланыла ала. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. уртаһынан Я.э.ҡ. үҙләштереү һәм етештереү б‑са фәнни‑техник эштәр алып барыла. “Гидравлика” ААЙ‑нда 1966 й. башлап “Аэросила” ҒПП‑нда (Ступино ҡ.) уйлап табылған ТА‑6, ТА‑6А, ТА‑6А1, ТА‑6Б, ТА‑6В; 1979 й. — ТА‑8, ТА‑8В, ТА‑8К; 1986 й. — ТА‑12, ТА‑12А, ТА‑12‑60 Я.э.ҡ. сығарыла. Был Я.э.ҡ. СССР‑ҙа эшләнгән 30‑ҙан ашыу типтағы осоу аппараттарында файҙаланыла. 90‑сы йй. башында “Гидромеханика” тәж.‑конструкторлыҡ бюроһында (Өфө) Ил‑114 самолёты өсөн ВД‑100 тибындағы Я.э.ҡ. уйлап табыла һәм осоу‑конструкторлыҡ һынауҙар кимәленә тиклем әҙерләнә; а.х. ерҙәрен, урмандарҙы химик эшкәртеү, а.х. малдары биналарын дезинфекциялау өсөн ТА‑6А Я.э.ҡ. ни­геҙендә аэрозолле ҡулайлама, ш. уҡ тимер юлдарын ҡарҙан таҙартыу ҡулайламаһы эшләнә.

Әҙәб.: Авиационные газотурбинные вспомогательные силовые установки /Поляков А.М. [һ.б.]. М., 1978; Научный вклад в создание авиационных двигателей. ЦИАМ 1980—2000; к 70‑летию института: в 2 кн. М., 2000.

Х.С.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: