ҒИЗЗӘТУЛЛИН Ринат Абдулла улы
ҒИЗЗӘТУЛЛИН Ринат Абдулла улы (4.9.1971, Күмертау ҡ.), спортсы. Бокс буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1995). БДПИ‑ны тамамлаған (1994). “Ринг Башкортостана” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе, 1990—93 йй. Уҡыу-күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай (тренерҙары С.Т.Аслаев, А.Н.Макаров, Р.Х.Фәтҡуллин). Рәсәй чемпионы (1992), Король Кубогына халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (Таиланд, 1993). Үҫмер спортсылар араһында СССР беренселектәренең бронза призёры (1988—90). СССР (1990 й. алып), БДБ (1992), Рәсәй (1993) йыйылма командалары ағзаһы. 2005 й. алып “Ника” үҫмерҙәр клубының тренер-уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2021 й. башлап БР‑ҙың Н.Валуев исемендәге бокс буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры (икеһе лә — Өфө ҡ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина