Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСЛАЕВ Сәғит Төхвәт улы

Просмотров: 1320

АСЛАЕВ Сәғит Төхвәт улы (1.11.1954, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы 1‑се Этҡол а.), тренер. Профессор (2005). Бокс буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2003). РФ‑тың (1999) һәм БССР‑ҙың (1991) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001). Т.Х.Аслаевтың улы. Волгоград физик культура институтын тамамлаған (1976). 1978 й. алып “Хеҙмәт резервтары” ирекле спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советында эшләй, 1982 й. башлап БАССР‑ҙың Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, 1986 й. — Өфө ҡ. 4‑се СДЮШОР‑ҙың өлкән тренеры, 1988 й. — СССР йыйылма командаһы тренеры, 1992 й. — БР йыйылма командаһы, бер үк ваҡытта 1992—96 йй. бокс буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры. 2001 й. алып БДУ‑ла: физик тәрбиә һәм спорт кафедраһы мөдире, 2003 й. башлап спорт-һауыҡтырыу эштәре буйынса, 2010 й. — социаль мәсьәләләр буйынса проректор. А. етәкселегендә БР йыйылма командаһы команда зачётында Рәсәй чемпионы була (1992). Тәрбиәләнеүселәре араһында В.А.Ганченко, Р.А.Ғиззәтуллин, Э.Ә.Ҡасимов, Н.Н.Фәйзуллин, Р.Ғ.Хөснөтдинов, халыҡ‑ара категориялы судья С.А.Морозов, шулай уҡ 50‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. БР Бокс федерацияһы рәйесе (2019 й. алып). “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2020), Салауат Юлаев (2014) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.12.2022