Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТБАЕВ Фәтих Ислам улы

Просмотров: 1072

ДӘҮЛӘТБАЕВ Фәтих Ислам улы [27.3.1950, БАССР‑ҙың Покровский районы Ғүмәр а. (БР‑ҙың Благовещен районы) — 7.4.2020, Өфө ҡ., Благовещен районы Илек а. ерләнгән], ҡурсаҡ театры актёры. РФ‑тың атҡаҙанған (2010), БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡаҙанған (1978) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1980). Башҡортостан республика мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлағандан һуң (Стәрлетамаҡ ҡ., 1972) Башҡ. ҡурсаҡ театры актёры. Актёрҙың сағыу һәләте уға иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырырға мөмкинлек бирә: Былтыр (“Шүрәле”, Л.Сәйфуллин; дебют, 1972), Аладдин (“Аладдиндың серле лампаһы”, Н.В.Гернет), Сәсән, Самрау (“Сәсән йыры”, Ғ.Ғ.Шафиҡов; “Урал батыр” эпосы б‑са), Әлмәндәр ҡарт (“Әлдермештән Әлмәндәр”, Т.Ғ.Миңнуллин). Таяҡ [Бесәй (“Итекле бесәй”, М.Алтухов; Ш.Перроның ш. уҡ исемле әкиәте б‑са)], планшет [Бай, Хәйрүш, Тирмәнсе (“Серле ҡумта”, В.А.Лифшиц, И.Н.Кичанова)], марионетка [Вәзир (“Аладдиндың серле лампаһы”)] тибындағы ҡурсаҡтар менән эш итеү техникаһына эйә; битлектә лә тәбиғи уйнай: Бүре, Айыу (“Айыу бабай йоҡламай”, С.Әлибай), Шүрәле (“Шүрәленең төнгө уйындары”, Н.Ғ.Байбурин).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

М.С.Фәттәхетдинова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.10.2021
Связанные темы рубрикатора: