Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА Наилә Ғизетдин ҡыҙы

Просмотров: 2068

ҒӘЛӘҮЕТДИНОВА Наилә Ғизетдин ҡыҙы (3.1.1946, БАССР‑ҙың Архангел районы Тирәкле а.), диктор. РФ-тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2020), БР‑ҙың халыҡ артисы (1993), БАССР‑ҙың атҡаҙанған артисы (1981). Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң (1965; Р.С.Сыртланов курсы) “Башҡортостан” ТРК‑һында эшләй.

Йомшаҡ, тәьҫирле тауышҡа эйә. Ғ. хислелек, тәбиғилек, артислыҡ хас. ТВ‑ла әҙәби‑музыкаль (“Моң шәлкеме”, “Музыкаль тулҡындар”, “Сәнғәт әһелдәре”), мәғлүмәти (“Панорама”, “Башҡортостан”), балалар өсөн (“Күңелле станциялар”, “Шарлауыҡ”) тапшырыуҙар, “Минең әкиәттәрем” телеконкурсын һ.б., “Башҡортостан радиоһы”нда “Шиғриәт минуттары”, “Һеҙҙең өсөн, ветерандар”, “Бөтә йөрәктән”, “Ваҡыт даръяһы” әҙәби-музыкаль һ.б. тапшырыуҙарҙы алып барыусы.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

В.Г.Жерехов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.11.2021
Связанные темы рубрикатора: