Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕШТУКОВ Олег Юрьевич

Просмотров: 1180

ЕШТУКОВ Олег Юрьевич (7.7.1976, Өфө ҡ.), спортсы. Тхэквондо буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). ӨДАТУ‑ны (1998), Рәсәй халыҡ‑ара олимпия университетын (Сочи ҡ., 2020) тамамлаған. “Олимпиец” спорт клубы (тренеры Р.С.Яхин), 15-се СДЮШОР (тренеры С.Н.Игнатьев; икеһе лә — Өфө ҡ.) тәрбиәләнеүсеһе, 1995—2000 йй. Уҡыу-күнекмәләр үҙәге №464 өсөн сығыш яһай. Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1998) һәм бронза (1994, 1996—97, 2000) призёры. Рәсәй Ҡораллы көстәре чемпионы (1995, 1997), хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында донъя чемпионатының көмөш призёры (1995). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995—2000). 1998—2021 йй. “Олимпиец” спорт клубы президенты, баш тренеры, бер үк ваҡытта 2002—19 йй. спорт мәктәптәрендә тхэквондо буйынса тренер, 2006—18 йй. БР үҫмерҙәр йыйылма командаһының өлкән тренеры, 2008—13 йй. БР Динамо физкультура‑спорт йәмғиәте спорт клубының директор урынбаҫары, тренеры (бөтәһе лә — Өфө ҡ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.03.2023
Связанные темы рубрикатора: