Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТХЭКВОНДО

Просмотров: 1234

ТХЭКВОНДО, спорт төрө, ҡул һәм аяҡ м‑н һуғыу ҡулланылған ҡара-ҡаршы көрәш. Бөтә донъя тхэквондо федерацияһы талаптарына ярашлы кёруги (яңғыҙ көрәш) һәм пхумсэ (техник комплекс) б‑са ярыштар үткәрелә. Башҡортостанда Т. үҫеше 1990 й. Өфөлә БДУ эргәһендә, “Юлдаш” физик культура йортонда, Өфө авиация техникумында һәм “Олимпиец” спорт клубында секциялар асылыуға бәйле. 1992 — 93 йй. Өфөлә АҠШ, Көньяҡ Корея һәм Мали халыҡ‑ара инструкторҙары ҡатнашлығында Бөтә Рәсәй уҡыу‑күнекмә семинарҙары; 1994 й. Бөтә Рәсәй йәштәр уйыны финалы һәм үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселеге, 1995 — 2008 йй. — Рәсәй Ҡораллы көстәре чемпионаттары, 2007—09 йй. — Рәсәй “Локомотив” физкультура‑спорт йәмғиәте чемпионаттары үтә. Халыҡ‑ара ярыштарҙа Д.Ф.Ғәйниәхмәтов, О.Ю.Ештуков, А.Т.Йосопов, С.А.Носкова юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, ш. уҡ А.Н.Лукьянов — студенттар араһында Европа чемп. (2009), А.С.Мәүлетҡолова (1997) һәм К.О.Осокина (2004) — хәрби хеҙм‑рҙәр араһында донъя чемпионатының бронза призёрҙары. Респ. Т. секциялары Өфө, Межгорье, Нефтекама, Сибай ҡҡ. эшләй, унда 500‑ҙән ашыу кеше шөғөлләнә (2009). 1990 й. алып БР Т. союзы эшләй (президенты — С.В.Павлов). Т. м‑н тренерҙар Е.С.Егоров, С.Н.Игнатьев, Д.А.Киселёв, А.В.Ребров, И.Ә. Шәрәфетдинова, халыҡ‑ара категориялы судья Мәүлетҡолова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

С.В.Павлов

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.03.2023