Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДВОРНИК Александр Александрович

Просмотров: 1185

ДВОРНИК Александр Александрович (22.9.1950, Өфө ҡ. — 4.9.2020, шунда уҡ), рәссам. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). Түбәнге Тагил педагогия институтын тамамлаған (1979). 1974—99 йй. 3‑сө балалар художество мәктәбе (Өфө ҡ.) директоры. 1998—2000 йй. БР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе. Реалистик йүнәлешкә ҡараған рәссам. Үҙенең ижадында күбеһенсә пейзаж жанрына мөрәжәғәт итә; әҫәрҙәрендә тәбиғәт торошоноң күсеш мәлдәрен һүрәтләгәндә фактураға һәм төҫтәр диапазонына ҙур иғтибар бирә. 80‑се йй. Д. эмоциональ яҡтан С.Т.Аксаков әҫәрҙәренә ауаздаш һүрәт циклдарын ижад итә: “Багровтағы бала саҡ” (1981), “Аксаков. Быуа” (1984), “Ямғырҙар һары япраҡтарҙы ағыҙып алып китә” (1988). “Крепостной Йылайыр” (1995), “Һаҡмар” (1997), “Шайтантау итәгендә” (2000) әҫәрҙәрендә рәссам Уралдың күп төрлө матурлығын кәүҙәләндерә. “Иртә” (1994), “Көҙгө таңдар” (1998) пейзаж сериялары, Салауат Юлаевтың тыуған төйәгенә барып ҡайтҡандан һуң төшөрөлгән “Салауат ере” (“Яҙ гөлө”, “Үләндәр моңо”, “Йүрүҙән” һ.б.; 2002) циклы авторы. Өфөләге Аҡмулла һәйкәле проектының авторҙашы (2008). 1974 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1987, 1991, 2000), Камо ҡ. (1990), “Абрамцево” музей ҡурсаулығы (Мәскәү өлкәһе, 1998), Белорет ҡ. (2002). Эштәре Башҡортостан дәүләт художество музейы, С.Т.Аксаков йорт-музейы (ҡара: Аксаков музейы), Милли китапхана, “Абрамцево” музей‑ҡурсаулығы коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

   Әҙәб.: Александр Дворник. Живопись: каталог / авт.-сост. В.М.Сорокина. Уфа, 2000.

Тәрж. Т.Х.Ишкинин

В.М.Сорокина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.11.2021
Связанные темы рубрикатора: