Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Рөстәм Мансур улы

Просмотров: 1004

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Рөстәм Мансур улы (8.10.1946, Өфө), пианист. Проф. (2009). БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1987). М.С.Ғөбәйҙуллиндың улы. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1971; О.М.Жукова класы) 1992 й. тиклем һәм 1998 й. алып ӨДСА‑ла уҡыта, 1992—98 йй. Сүриә Юғары музыка һәм театр ин‑тында (Дамаск) пианист‑концертмейстер. Ғ. башҡарыуына тауыштарҙың баҙыҡлығы, романтик күтәренкелек, техник оҫталыҡ хас. Репертуарында сит ил (И.С.Бах, Л.Бетховен, К.Дебюсси, Ф.Лист, В.А.Моцарт, Ф.Шопен), урыҫ (С.В.Рахманинов, А.Н.Скрябин, П.И.Чайковский), ватан (С.С.Прокофьев, Р.К.Щедрин, Д.Д.Шостакович) комп. әҫәрҙәре. Н.Ғ.Сабитов, Р.В.Сәлмәнов, Р.М.Хәсәнов, Д.Д.Хәсәншиндең фп. әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы. Уҡыусылары араһында БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Н.Б.Сәлишева. Волга буйы һәм Урал композиторҙарының музыка фестивалендә (Өфө, 1983), “Башҡортостан—Галле” дуҫлығы аҙналығында (ГДР, 1979) ҡатнаша. Рәсәй һәм сит илдәр (Германия, Ливан, Сүриә, Һиндостан, Югославия) буйлап гастролдәрҙә була. Халыҡ‑ара “Сикһеҙ музыка” (“Музыка без границ”) конкурс‑фестивале (2006, 2007; икеһе лә — Друскининкай ҡ., Литва) лауреаты.

 

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: