ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Мансур Садиҡ улы
ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Мансур Садиҡ улы [29.11.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Әлшәй а. (хәҙ. БР-ҙың Әлшәй р-ны Раевка а.) – 10.12.2008, Өфө], иҡтисадсы. БР ФА-ның почётлы акад. (1996), иҡт. ф. д-ры (1978). БАССР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй: 1961—64 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 1970 й. алып сектор мөдире вазифаһын башҡара, 1971 й. — сектор мөдире; 1990 й. — БНИПТИЖиК-ның баш ғилми хеҙм‑ре. 1995 й. алып БДАУ-ҙа (1995—98 йй. лаб. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, малсылыҡты урынлаштырыу һәм махсуслаштырыуға, колхоз-ара кооперативҡа берләшеү һәм агросәнәғәт интеграцияһына, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының соц.-иҡт. үҫеше мәсьәләләренә арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Зональные особенности интенсификации сельскохозяйственного производства. На примере колхозов Башкирской АССР, Уфа, 1974; Животноводство в агропромышленном комплексе Башкирии. Уфа, 1989; Оборотные средства сельскохозяйственных и агропромышленных предприятий. Уфа, 2005.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина