Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЖАЗ

Просмотров: 904

ДЖАЗ (ингл. jazz), муз. сәнғәте төрө. 19 б. аҙ. – 20 б. башында АҠШ‑тың көньяғында негр халҡы араһында Көнбайыш Африка һәм Европа муз. мәҙәниәттәренең үҙ‑ара йоғонтоһо һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Д. формаһын булдырыусы сара булып импровизация, тауыш сығарыуҙың һәм интонация м‑н башҡарыуҙың акад. булмаған ысулдары (blue notes, dirty tones, growl), полиметрия һәм полиритмия м‑н ҡушылған даими ритмик пульсация (beat) тора. Д. төп стилдәре: Яңы Орлеан (диксиленд), Чикаго, свинг, би‑боп, кул, прогрессив, хард‑боп, авангард (ладҡа нигеҙләнгән Д., фри‑Д. һ.б.), Д.‑рок (фьюжн).

Башҡортостанда Д. м‑н 20 б. 40‑сы йй. ҡыҙыҡһына башлайҙар, быға илдең танылған эстрада‑Д. коллективтарының концерт һәм гастролдәре, 40‑сы йй. аҙ. Рәсәй граждандарының Ҡытайҙан күпләп эмиграциянан ҡайтып, респ. төпләнеүҙәре сәбәпсе була. Д. сәнғәтенең артабанғы үҫеше ҙур оркестрҙар (биг‑бэнд) һәм төрлө кинотеатр, ресторандарҙа, мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениеларында, бейеү майҙансыҡтарында эшләүсе бәләкәй ансамблдәр ижадына бәйле. 60‑сы йй. 2‑се ярт. (бит‑музыканың бөтә донъяға тарала башлаған ваҡыты) республикала Д. яйлап популярлығын юғалта, башлыса ресторан ансамблдәре, ш. уҡ бер нисә коллектив (ӨНИ‑нең Л.Роскин етәкс. һәм ӨАИ‑ның Г.Й.Жебаров етәкс. биг‑бэндтары, С.Юлаев ис. мәҙәниәт һарайының Н.А.Үтәшев етәкс. джаз‑оркестры) һ.б. музыканттар ижадында ғына һаҡлана. 60‑сы йй. аҙ. — 70‑се йй. башында Д. башҡарыусы коллективтар араһында Ю.Н.Гаврилов, В.Н.Камнев, М.Х.Юлдыбаев һ.б. уйнаған “Ағиҙел” (етәкселәре А.Г.Иващенко, В.Бузник), “Башҡортостан” (А.Г.Решетников), “Россия” (Бузник), “Турист” (Ю.И.Шемагонов) ҡунаҡханалары ресторандарының ансамблдәре юғары профессионализм м‑н айырылып тора. Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы биг‑бэнды (Г.А.Калинин), “Бирский диксиленд” һ.б. республикала ҙур танылыу яулай. 1974 й. Сәнғәт училищеһында эстрада бүлеге асылыу башҡ. Д. үҫешендә яңы этап була.

Өфө сәнғәт уч‑щеһының БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре Г.П.Маркоров етәкс. биг‑бэндының Бөтә Рәсәй муз. уч‑щеларының эстрада бүлектәре конкурсында (Мәскәү, 1984) еңеүе башҡ. Д. тарихында ҙур ваҡиғаға әйләнә. 80‑се йй. уртаһынан республикала Бөтә Союз (1985), Бөтә Рәсәй (1987) эстрада муз. байрамдары, фестивалдәре сиктәрендә Д. концерттары үткәрелә: “Өфө” Бөтә Союз джаз фестивале (1988), “Джаз-форум” халыҡ‑ара фестивале (1989). 80—90‑сы й. башында күренекле Д. коллективтары: “Дуҫтар”, “Орлан” (етәксеһе О.Х.Кирәев), “Транс‑Атлантик” (С.Г.Чипенко), “Өфө” художество триоһы (Д.В.Шапко), биг‑бэнд (Маркоров), Өфө сәнғәт уч‑щеһының саксофонсылар ансамбле (А.Н.Богомолов), Бузник, Р.А.Хөсәйенов етәкс. ансамблдәр. Был осор башҡ. Д. өсөн иң уңышлыһы була: стилдәр даирәһе киңәйә (диксилендтан алып авангардҡа тиклем), башҡарыусылар составы тулылана (солистарҙан алып биг‑бэндҡа тиклем). “Дуҫтар” һәм “Орлан” ансамблдәре башҡ. фольклоры нигеҙендә үҙенсәлекле стиль барлыҡҡа килтереүҙә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. “Дуҫтар” ансамбле ижадында, айырыуса Юлдыбаевтың “Ҡартатай”, “Бал ҡорто” һ.б. композицияларында, башҡ. фольклоры м‑н Д. синтезы айырыуса тәбиғи. “Орлан” ансамбле ижады төрки көйөнөң ҡайһы бер элементтары булыуы м‑н айырылып тора (“Башҡорт ауыл блюзы” — “Башкирский сельский блюз”, “Башҡорт риүәйәттәре” — “Башкирские легенды”). 90‑сы йй. аҙ. республикала Д. фестивалдәре үткәрелә: “Мистер Джаз”, “Джаз‑лендҡа сәйәхәт” (“Путешествие в Джаз‑ленд”; икеһе лә — 1999 й. алып), “Джаз һәм ул ғына ла түгел” (“Джаз и не только”; 2000) балалар һәм үҫмерҙәр фестивалдәре; Бөтә Рәсәй джаз фестивале (2004), “Алһыу ҡаплан” (“Розовая пантера”; 1995), “Джаз‑Мастер” (2005; бөтәһе лә — Өфө) халыҡ‑ара фестивалдәре. 1998 й. Башҡорт филармонияһында Маркоров етәкс. биг‑бэнд төҙөлә, ул О.Лундстрем ис. Бөтә Рәсәй джаз фестивалендә (Тольятти, 2000) һәм Халыҡ-ара джаз фестивалендә (Силәбе, 2002) дипломант була. 2006 й. ӨДСА‑ла эстрада‑джаз музыкаһы каф. асыла. “Өфө” джаз‑квартеты, “Funky House Band” төркөмө (Өфө, етәксеһе О.Ф.Йәнғуров), “УЗЭМИКтың мәҙәниәт һәм техника һарайы (етәксеһе А.А.Вегелин), “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайы (етәксеһе В.А.Красовский; бөтәһе лә — Өфө) эстрада коллективтары; “Бирский диксиленд” һ.б. әүҙем концерт‑гастроль эшмәкәрлеген алып бара. Өфөлә гастролдә булған бөтә донъяға билдәле Д. башҡарыусылары И.М.Бриль, И.М.Бутман, А.О.Кролл, О.Л.Лундстрем һ.б. ҡатнашлығындағы концерттарҙа, джем‑сейшндарҙа үҙенсәлекле мастер‑кластар үткәреү традициялары барлыҡҡа килә. Д. стилистикаһын үҙ ижадында комп. Р.Х.Ғәзизов, Р.Р.Йыһанов, А.Т.Кәримов, И.И.Хисаметдинов һ.б. ҡуллана.

Л.Ҡ.Ҡоҙаярова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019