Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИЛӘЖЕВ Мөфтәдин Мәғәүи улы

Просмотров: 1595

ҒИЛӘЖЕВ Мөфтәдин Мәғәүи улы (1.7.1938, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Түбәнге Аташ а. — 22.4.2021, Дүртөйлө ҡ.), йырҙар авторы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984), БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993). Мәскәү халыҡ сәнғәт университетын тамамлаған (1964). 1958 й. алып Кушнаренко, 1966 й. башлап Саҡмағош, 1975 й. Илеш район мәҙәниәт йорттарының баянсы‑аккомпаниаторы, 1976—99 йй. Дүртөйлө ҡ. Мәҙәниәт һәм техника һарайының художество етәксеһе. Моңлолоғо, аһәңлелеге менән айырылып торған 400‑ҙән ашыу йыр, романс авторы: В.С.Ҡазыханов һүҙҙәренә “Сарманай”, Р.Ф.Мифтахов һүҙҙәренә “Һағындыра тыуған яҡ”, Р.М.Миңнуллин һүҙҙәренә “Әрем еҫе, әрем тәме”, үҙенең һүҙҙәренә “Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем”, “Минең ҡәҙерлеләрем” һ.б. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (Кишинёв ҡ., 1987).

 Х е ҙ м.: Сарманай: йырҙар. Өфө, 1993; Әлдә дуслар бар әле: җырлар. Уфа, 1993; Күңелем моңдары: иҫтәлектәр, йырҙар, шиғырҙар. Өфө, 2007.

Әҙәб.: М и ф т а х о в Р.Ф. Йөрәктә ҡанатланған йырҙар //Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999; С а л и м о в А.С. Композитор Муфтадин Гилязев //На земле Дюртюлинской. М., 1994.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

А.Х.Лоҡманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2021