Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИФТАХОВ Риф Фәйзрахман улы

Просмотров: 1548

МИФТАХОВ Риф Фәйзрахман улы (17.9.1939, БАССР‑ҙың Ишембай районы Кинйәбулат а. — 22.4.2020, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), шағир. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990). Журналистар союзы (1970), Яҙыусылар союзы (1976), Кинематографсылар союзы (1997) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1967). 1968 й. алып Башҡортостан китап нәшриәте, 1974 й. — “Совет Башҡортостаны” гәз. хеҙмәткәре, 1978 й. — “Башҡортостан ҡыҙы” журналы баш мөхәррир урынбаҫары, 1980—83 йй. Республика халыҡ ижады һәм мәҙәни ағартыу эштәре фәнни‑методик үҙәгенең бүлек мөдире, 1984 й. БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты, 1985 й. алып “Ағиҙел” журналы, 1990 й. – “Һәнәк” журналы хеҙмәткәре.

“Өскөл хаттар” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1972 й. сыға. “Тормош ағасы” (1974), “Уртаҡлашыр серҙәр” (1979) шиғри йыйынтыҡтары, “Күҙ йәштәре” (1992), “Ғишыҡ тотоу — ут йотоу” (2006) һ.б. проза әҫәрҙәре йыйынтығы авторы. А.А.Блок, Е.А.Евтушенко, М.В.Исаковский, Д.Н.Кугультинов, М.Д.Львов һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. Әҫәрҙәре белорус, сыуаш, төрөк, удмурт, урыҫ һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Уның шиғырҙарына композиторҙар М.М.Ғиләжев, Н.Ә.Дауытов, Р.Р.Йыһанов йырҙар ижад иткән. Ул Р.С.Назаровтың әҙәби мираҫын өйрәнеү менән шөғөлләнгән. Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (2002). Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2014).

Әҫәрҙ.: Батыр егет — ил күрке: шиғырҙар, поэма. Өфө, 1986; Арғымаҡ сапһын оҙаҡ: шиғырҙар, поэмалар. Өфө, 2009; Простое чудо: стихи. М., 1983.

Әҙәб.: Сөләймәнов Ә. Йондоҙҙарҙан шағир йылынған: Риф Мифтаховтың ижади портреты. Өфө, 2003.

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.10.2021
Связанные темы рубрикатора: