Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ВАҠЫТ”, гәзит

Просмотров: 1442

“ВАҠЫТ”, ижтимағи‑сәйәси һәм әҙәби гәзит. Нәшер итеүселәре — ағалы‑ҡустылы Мөхәммәтшакир менән Мөхәммәтзакир Рәмиевтәр (ҡара: Рәмиевтәр). Ырымбур ҡ. төрки телендә көн һайын сыға. 1906 й. февраленән1918 й. ғинуарына тиклем нәшер ителә. Мосолман зыялылары һәм либераль буржуазия ҡараштарын сағылдыра. Гәзит биттәрендә илдәге һәм сит илдәге сәйәси ваҡиғалар, Рәсәйҙә һәм унан ситтә йәшәгән мосолмандарҙың хәле, социаль‑иҡтисади үҫеш һәм дәүләт идараһын үҙгәртеп ҡороу, милли матбуғат һәм әҙәбиәт, мәҙрәсә һәм мәктәптәрҙә яңы уҡытыу системаһын (ҡара: Йәдитселек) индереү проблемалары яҡтыртыла; башҡорттар һ.б. төрки халыҡтар тураһында этнографик материалдар, әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр, рецензиялар баҫыла. Библиография һәм реклама бүлектәре була. Беренсе донъя һуғышы йылдарында “Европа һуғышы” һәм “Балҡан илдәре” рубрикалары барлыҡҡа килә. Мөхәррирҙәре: Ф.Ғ.Кәримов (1906 й. алып), Я.Р.Вәлиев (1917 й. алып).

 Р.Ф.Рәжәпов Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2023
Связанные статьи: