Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘДИТСЕЛЕК

Просмотров: 1858

ЙӘДИТСЕЛЕК (ғәр. “усул‑и‑джәдид” — яңы ысул), Волга буйы, Ҡырым, Кавказ аръяғы һәм Урта Азия төрки‑мосолман халыҡтарының 19 б. аҙ. — 20 б. башындағы реформаторлыҡ, мәҙәни‑мәғрифәтселек һәм ижт.-сәйәси хәрәкәте. Хәрәкәт, ҡәҙимселеккә ҡапма‑ҡаршы рәүештә, Й. тип аталған. Мосолман реформаторлығы, мәғрифәтселек һәм либерализмдың төп ҡағиҙәләрен берләштереү Й. концептуаль нигеҙе булып тора. Й. төрки‑мосолман халыҡтарын урыҫ, уның аша Европа мәҙәниәтенә ылыҡтырыу, Шәреҡ мосолмандарын хәҙ. заман цивилизацияһы үҫешенә ҡушыу идеяһы өҫтөнлөк иткән. Хәрәкәт мәктәп белеме биреү реформаһынан башлана, уның инициаторы булып И.М.Гаспринский сығыш яһай. Реформаның нигеҙендә мәктәптәрҙә һәм мәҙрәсәләрҙә уҡырға өйрәтеүҙең яңы (фонетик) ысулын, донъяуи фәндәрҙе (урыҫ теле, арифметика, тәбиғәт белеме, геогр. һәм тарих нигеҙҙәре һ.б.), уҡыусыларҙы туған телендә уҡытыуҙы индереү; тотороҡло уҡыу йылын һәм белем биреүҙең класс‑дәрес системаһын булдырыу; грамотаға өйрәтеүҙе 3—5 йылдан бер йылға ҡалдырыу ята. Йәдит уҡыу йорттарында Ҡаһирә, Истанбулдың реформаланған мәҙрәсәләрен, Баҡсаһарай һәм Ҡасимов ҡҡ. пед. курстарын тамамлаусылар уҡытҡан. Өфө губернаһында уҡытыуҙың яңы ысулы — “Ғосмания”, “Ғәлиә”, Ырымбур губернаһында Хөсәйениә”, “Рәсүлиә” һ.б. мәҙрәсәләрҙә индерелә, 1897 й. Ырымбур ҡ. тәүге йәдит ҡатын‑ҡыҙҙар мәктәбе асыла. Өфө һәм Ырымбур губ. яңы ысуллы мәктәптәрҙең һәм мәҙрәсәләрҙең күбеһе хәйриә аҡсаһы иҫәбенә финанслана; 1912—13 йй. Өфө губ. 6 өйәҙ земствоһынан Минзәлә һәм Бөрө генә мәктәптәрҙе тотоуға аҡса бүлә. Әкренләп Й. идеялары Рәсәй мосолмандары тормошоноң бөтә өлкәләренә лә үтеп инә. Хәрәкәтте милли интеллигенцияның алдынғы ҡарашлы вәкилдәре етәкләй, улар араһында билдәле мәғрифәтселәр, дин әһелдәре, тарихсылар: З.Камалетдинов, К.Г.Насыри, З.Х.Рәсүлев, Х. Фәйезханов, Р.Ф.Фәхретдинов һ.б. Йәдитселәр мәҙәни‑ағартыу учреждениелары селтәрҙәрен киңәйтеү, төрки телендә китаптар, журналдар, гәзиттәр нәшер итеү, милли сәнғәт һәм әҙәбиәтте үҫтереү, Ырымбур мосолман диниә назаратының эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡороу һ.б. өсөн сығыш яһай. Рәсәй мосолмандары мөхитендә мосолман либерализмы булараҡ ҡаралған сәйәси реформаторлыҡтың барлыҡҡа килеүе хәҙ. историографияла Й. компоненттарының береһе һанала. Уның формалашыуына Рәсәй йәмғиәте һәм дәүләте йәшәйешенең бөтә яҡтарын “европалаштырыу” стратегик маҡсатын ҡуйған урыҫ либерализмы йоғонто яһай. Төрки‑мосолман интеллектуаль элита мөхитендә мосолман йәмғиәтен модернизациялауҙа һәр ҡайһыһы үҙ вариантына эйә өс ағым була. Иҫке ҡарашлыраҡ булған Й. уң ҡанаты (Гаспринский, Ғ.Ибраһимов) мосолман халыҡтарының тупланыуы, уларҙың мәҙәни кимәлен күтәреү, мосолмандарҙың дини эштәренә идара итеүҙе либералләштереү һәм мәктәпте реформалау өсөн сығыш яһай. Уларҙың сәйәси хәрәкәттәре юғары власҡа мөрәжәғәт, петициялар яҙыу, дини‑мәҙәни мәсьәләләр күтәргән мосолман съездарын йыйыу м‑н сикләнә. Уларҙың ҡараштарын ярайһы уҡ тулы сағылдырған ваҡытлы матбуғат баҫмалары иҫәбендә “Тәржемән”, “Өлфәт” гәз., “Мәғлүмәт мәхкәмәи шәрғиә әлЫрынбургиә” ж. була. Мосолман либерализмының үҙәген башлыса урыҫ телле һәм Европала белем алған төрки телле интеллигенция (С.С.Йәнтүрин, С.Д.Мәҡсүтов, Ш.Ш.Сыртланов, Ҡ.Б.Тәвкилев, Ә.Ә.Әхтәмов һ.б.) тәшкил итә, уларҙың сәйәси маҡсаты Рәсәй мосолмандары өсөн мәҙәни‑милли автономия булдырыу була. Үҙәк вәкилдәре Рәсәй мосолмандары союзын, Дәүләт думаһының мосолман фракцияһын, 1‑се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында “унитаристар” төркөмөн, Милләт мәжлесенең “төркиселәр” фракцияһын ойоштора. “Әл-Ғаләми әл‑Ислами” (ҡара: Мосолман ваҡытлы матбуғаты), “Ваҡыт”,“Тормош” гәз., “Шура” ж. үҙәк позициялары яҡлы була. Й. һул ҡанатына милли‑демократик интеллигенция ҡарай, уның сәйәси ҡараштары Беренсе донъя һуғышы, Граждандар һуғышы йылдарында формалаша (И.С.Алкин, Ә.Ә.Вәлидов, Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов һ.б.). Улар 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезында “федералистар” ядроһын тәшкил итә, Милләт мәжлесенең “территориалистар” фракцияһын ойоштора. Шуға ҡарамаҫтан, мосолман либерализмы киң соц. хуплауға эйә булмай, сөнки Урал-Волга буйы мосолман халҡының төп өлөшө (башлыса крәҫтиәндәр) традицион йәмғиәткә тоғро ҡала һәм көнбайыш буржуаз ҡиммәттәрҙе ҡабул итмәй, ш. уҡ 20 б. башында Урал‑Волга буйы төрки‑мосолман халыҡтары араһында айырым милләттәрҙең этномилләттәргә берләшеү процесы әүҙемләшә. Революциянан (1917) һуң йәдитселәрҙең бер өлөшө совет власын таный, икенсе өлөшө милли автономиялар булдырыу өсөн көрәшә, ҡайһы берҙәре баҫмасылыҡта, Аҡтар хәрәкәтендә ҡатнаша һәм һуңынан сит илгә китә.

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019