Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОЛОВИК Михаил Яковлевич

Просмотров: 1627

ВОЛОВИК Михаил Яковлевич (21.12. 1917, Украина ССР‑ы Глухов ҡ. — 7.3.1994, Өфө), шағир, тәржемәсе. РСФСР‑ҙың атҡ. рационализаторы (1949), БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1977). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1961). Запорожье машиналар эшләү ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) 1987 й. тиклем ӨМЭПБ‑ла эшләй. “Ҡояш һәм сусҡа” (“Солнце и свинья”) тип аталған тәүге мәҫәлдәр йыйынтығы 1952 й. сыға. “Тәгәрмәскә тығылған таяҡтар” (“Палки в колёсах”; 1964) исемле мәҫәлдәр, “Бар цехҡа көлкө” (“Смех на весь цех”; 1985), “Сатира уҡтары” (“Стрелы сатиры”; 1992) сатирик шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы. “Ерәнсә сәсән” (“Сказание о Ерэнсэ‑сэсэне”, 1981; башҡортса 1983) китабы Ерәнсә сәсән т‑дағы фольклор сюжеттары нигеҙендә ижад ителгән. Башҡ. һәм украин яҙыусыларының мәҫәлдәрен, сатирик шиғырҙарын урыҫ теленә тәржемә иткән. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1969, 1975). Өфөлә В. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Бай и сэсэн: сказки и легенды. Уфа, 1978; Не по воде вилами писано: переводы башкирских сатириков. М., 1982; Азбука весёлой мудрости: стихи: в 3 кн. Уфа, 1992—1997.

Р.В.Паль

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: