ИЗМАЙЛОВА Наилә Фёдоровна
1022
ИЗМАЙЛОВА Наилә Фёдоровна (12.4.1952, Златоуст ҡ.), инженер-механик. ӨАИ‑не тамамлаған (1979). 1972 й. алып ӨМЭПБ‑ла эшләй: 1978 й. башлап инженер-конструктор, 1982 й. — инженер‑технолог, 1987 й. — өлкән инженер‑технолог, 1989 й. — төп инженер, 1990 й. — ионлы имплантация технологияһы бюроһы начальнигы. Авиация газ турбиналыдвигателдәрен етештереүҙә ион-плазмалы нанотехнологиялар индереү б‑са ғилми‑ғәмәли эштә ҡатнаша. 4 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2007).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: