Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫҺАНШИН Камил Фәрухша улы

Просмотров: 1613

ЙЫҺАНШИН Камил Фәрухша улы (15.3.1950, БАССР-ҙың Ҡандра районы Ҡандра‑Әмин а., хәҙер БР‑ҙың Туймазы районы Ҡандра а.), яҙыусы. БР-ҙың (2004) һәм РФ‑тың (2011) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1995). Горький политехник институтын тамамлағандан һуң (1973) 1974 й. тиклем һәм 1976—88 йй. “Башнефть” ПБ‑нда, 1974—75 йй. Лазов промысла хужалығында (Хабаровск крайы) эшләй. 1988 й. алып БАССР-ҙың Көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министрлығында, 1991 й. — “Эхо” ЯАЙ директоры, 2001 й. — “Шок” ЯСЙ генераль директоры (икеһе лә — Өфө ҡ.), 2003—04 йй. “ВымпелКом” ААЙ‑ның Өфө филиалы директоры, 2005—08 йй. “Мәскәү банкыһы” Башҡортостан филиалы директоры урынбаҫары. “Маха, йәки Һуҫар балаһының тормошо тарихы” (“Маха, или История жизни кунички”) исемле тәүге китабы 1992 й. сыға. “Йомарт Буге” (“Щедрый Буге”; 1996), “Боцман” (2002) повестарында һ.б. әҫәрҙәрендә тәбиғәт донъяһын үҙенсәлекле, тасуири һүрәтләй. “Скитниктар” (2004) һәм “Алдан алтыны” (“Золото Алдана”; 2010) романдары старообрядсылар тормошона арналған. “Ерҙең утлы билбауы” (“Огненный пояс Земли”), “Йылмайыуҙар иле” (“Страна улыбок”), “Аргентина” (бөтәһе лә — 2011—12) һ.б. юлъяҙмалар авторы. Әҫәрҙәрен башҡ. теленә Т.Ғәниева, Ә.М.Әминев һ.б. тәржемә иткән. 1993 й. алып Республика ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау фондын ойоштороусы һәм рәйесе (2005 й. башлап О.Йыһаншин исемен йөрөтә). 2014—19 йй. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. “Урман батыры”, “Өфө һыуһары”, “Туймазы районының йәш таланттары” премияларын булдырыусы. А.Н.Толстой исемендәге халыҡ‑ара балалар һәм үҫмерҙәр нәфис әҙәбиәте конкурсы (2005), “Мәрхәмәтле лира” (“Добрая лира”) әҙәби‑педагогик конкурс (2010), В.Я.Шишков исемендәге, Н.С.Лесков исемендәге, В.М.Шукшин исемендәге (бөтәһе лә — 2011), Ю.С.Рытхэу исемендәге (2012), П.П.Ершов исемендәге (2014) әҙәби премиялар лауреаты. БР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (2012), С.Злобин исемендәге премия (2002), Э.Володин исемендәге “Империя мәҙәниәте” премияһы (2004) лауреаты.

Әҫәрҙ.: Тайга хикәйәләре: повестар. Өфө, 1998.

Г.Н.Гәрәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

П.: К.Ф.Йыһаншин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.08.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: