Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗИМИНА Нина Николаевна

Просмотров: 1060

ЗИМИНА Нина Николаевна (11.9.1942, Белорет ҡ. — 24.6.2014, шунда уҡ), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). Магнитогорск педагогия институтын тамамлағандан һуң (1966) 1976 й. тиклем Белорет ҡ. мәктәптәрендә уҡыта. “Йәйғор” (“Радуга”) исемле тәүге китабы 1984 й. сыға. “Мөхәббәт менән йәшәйем” (“Живу любовью”; 1991), “Ете ел солғанышында” (“На семи ветрах”; 1998), “Киске ҡояш” (“Солнышко под вечер”; 2000) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарының төп темаһы — тыуған ергә мөхәббәт, тормош мәғәнәһе тураһында фәлсәфәүи уйланыуҙар. “Саф күк йөҙө” (“Чистые небеса”; 2005) китабына ингән повестары һәм хикәйәләре Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған. “Йәшкелт зәңгәр яҡтылыҡтағы этюд” (“Этюд в бирюзовом свете”; 2003) китабы автобиографик характерҙа.

  Ә ҫ ә р ҙ: Последний листок на тоненькой ветке: рассказы. Уфа, 1993; Белая птица счастья: повести и рассказы. Уфа, 2006.

Тәрж. Л.Н.Абдрахманова




Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.12.2022
Связанные темы рубрикатора: