Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНЛЕК СТИЛЕ

Просмотров: 1021

ЙӘНЛЕК СТИЛЕ, боронғо сәнғәттә киң таралған йәнлектәр, уларҙың стилләштерелгән кәүҙә өлөштәре һыны йәки бер нисә йәнлектән торған композицияларҙың шартлы дөйөм атамаһы. Бронза быуатында барлыҡҡа килә, боронғо тимер быуатта таралыу ала. Й.с. барлыҡҡа килеүе изге хайуандарға табыныуға (ҡара: Тотемизм) бәйле, йәнлек һүрәттәре яйлап шартлы биҙәү мотивына әүерелә. Скифтар, саҡтар, савроматтар, сарматтар мәҙәниәтендә айырыуса үҫеш алған. Й.с. Көньяҡ Уралдағы иң боронғо билдәле булған төрҙәре б.э.т. 1‑се мең йыллыҡҡа ҡарай. Ҡатын‑ҡыҙҙарҙың Й.с. эшләнгән биҙәнеү әйберҙәре, ҡорал һәм ат егеү кәрәкярағы, кейем, һауыт‑һаба өлөштәре һ.б. осрай. Материалдар төрлө була: бронза, ағас, алтын, һөйәк, көмөш. Й.с. өсөн йәнлек һындарын һәм хәрәкәттәрен (сабып, осоп барған һ.б.) ысынбарлығында күрһәтеү, уларҙың көрәшен һүрәтләгән композицияларҙың динамизмы хас. Ысынбарлыҡ билдәле бер шартлылыҡ м‑н үрелеп барған: тояҡлылар ғәҙәттә бөгөлгән аяҡтар, йыртҡыстар ыржайған ауыҙ м‑н һүрәтләнгән. Шартлы алымдар (күҙҙәре түңәрәк рәүешендә, мөгөҙҙәре — кәкре, ауыҙҙары – ярым түңәрәк һ.б.) кәүҙәнең айырым өлөштәрен һүрәтләүҙә лә күренә; ҡайһы ваҡыт теге йәки был йәнлек символы булып һаналған кәүҙә өлөшө генә (баш, тәпәй, тырнаҡ, мөгөҙ һ.б.) һүрәтләнә. Й.с. айырыуса Филипповка ҡурғандары материалында тулы бирелгән (яҡынса 1 мең берәмек). Биҙәкләүҙә төрлө рәүештәге болан һүрәте йәки уның хикмәтле кәкерсәктәр рәүешендәге тармаҡлы мөгөҙлө башы өҫтөнлөк итә (ағас һауыт‑һабаның алтын пластина м‑н көпләнгән тышында һәм тотҡаһында, төрлө кейем биҙәүестәрендә, ҡоралда). Боландарҙың алтын һәм көмөш пластина м‑н көпләнгән ағас фигуралары (26 берәмек, бейеклеге 0,5 м тиклем) уникаль иҫәпләнә. Йыш ҡына ике үркәсле дөйә (алтын айылдарҙа, аҫлыҡтарҙа, алтын ялатылған ағас һауыт-һабаның тотҡаһында һәм тышында), грифон (сүмес тотҡаһында, ҡыҫҡа тимер ҡылыстың һабында һәм йөҙөндә), архар (көршәктең алтын тотҡаһында, айылдарҙа һ.б.), һирәгерәк — ҡоралай, сайғаҡ, ат һындары осрай. Айылдарҙағы һәм һауыт‑һаба тотҡаларындағы “яфалау күренештәре” ҡыҙыҡлы: йыртҡыстың (юлбарыҫтың, бүренең) тояҡлы хайуанға (ҡырағай һарыҡҡа, боланға, сайғаҡҡа) ташланыу һүрәттәре; һауыт‑һаба тышындағы һунар итеү күренештәре (һыбайлы йәйәнән атып ике сайғаҡты яралай) иғтибарға лайыҡ. Йәнлектәрҙең декоратив һүрәтләнеше башҡа ерләү ҡомартҡыларында ла осрай: 5 алтын болан фигураһы м‑н биҙәлгән һаҙаҡ (Ғүмәр ҡәберлеге), ике дөйә көрәше һүрәтләнгән бронза айыл (Пятимар), грифондар башы һүрәтләнгән алтын айыл (Биш Уба I), ҡыр кәзәһе, ат, айыу, болан башы һүрәтләнгән бронза билбау биҙәүестәре һ.б. (Биктимер археологик комплексы), ат, айыу, ҡош һыны рәүешендәге бронза суҡтар һәм болан, бүре төшөрөлгән ҡайыш биҙәүестәре һәм баштары (Бөрө ҡәберлеге), аяҡтары йәнлек һындары рәүешендә биҙәлгән таштан эшләнгән ҡорбан килтереү өҫтәлдәре (Биш Уба I, Сибай ҡурғандары) һәм башҡалар. Й.с. эшләнгән әйберҙәр ш. уҡ хазиналарҙа табылған: мифик хайуандар төшөрөлгән бронза айылдар һәм пластиналар (Ҡуғанаҡ хазинаһы), тау кәзәһе төшөрөлгән көмөш табаҡ, үгеҙ һәм дөйә башы төшөрөлгән мөгөҙ рәүешендәге һауыттар, аяғы дөйә тояғы формаһында, тотҡаһы кәкре томшоҡло фил башы рәүешендә эшләнгән һауыт‑һаба (Әүрезтамаҡ хазинаһы) һ.б.

Әҙәб.: Пшеничнюк А.Х. Звериный стиль Филипповских курганов //Южный Урал и сопредельные территории в скифо‑сарматское время. Уфа, 2006.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: