Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШҠАР, Илеш р-нындағы ауыл

Просмотров: 790

ИШҠАР, Илеш р‑нындағы ауыл, Ишҡар а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 15 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 122 км алыҫлыҡта Һарыяҙ й. (Ағиҙел й. басс.) буйында Мәскәү— Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 687 кеше; 1920 — 849; 1939 — 1006; 1959 — 759; 1989 — 637; 2002 — 658; 2010 — 576 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Старшина һәм тархан Ишҡара Арыҫланов исеме м‑н аталған. 1755 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп урынлаша. 1795 й. 10 йортта 83 кеше йәшәгән, 1865 й. 55 йортта — 366 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мәҙрәсә теркәлгән. Ф.Х.Сиражитдинова, И.Ғ.Әхмәтов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019