Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШМӘМӘТ, Борай р-нындағы ауыл

Просмотров: 704

ИШМӘМӘТ, Борай р-нындағы ауыл, Кәшкәләү а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта Кизгән й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 160 кеше; 1920 — 412; 1939 — 357; 1959 — 335; 1989 — 183; 2002 — 184; 2010 — 149 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Кәшкәләү урта мәктәбе филиалы), Р.Ғәлиева ис. район мәҙәниәт йорто филиалы бар.

Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы Унлар а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1710 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр Ҡәҙермәт (тәүге төпләнеүсе Ҡәҙермәт Сикмәров исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1737 й. бында ш. уҡ шарттарҙа (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) яһаҡлы татарҙар килеп урынлаша. 1816 й. Ишмәт Тоҙло (Ишмәмәт) исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 28 кеше йәшәгән, 1865 й. Ҡәҙермәттә (Шимәмәттә) 20 йортта — 144 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. 2 һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. М.Х.Дәүләтйәров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019