Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОСТИН, Күстауыл, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 647

КОСТИН, Күстауыл, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Первомайский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Шүдек й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 199 кеше; 1920 — 212; 1939 — 239; 1959 — 290; 1989 — 193; 2002 — 183; 2010 — 158 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Күстәй исеме м‑н нигеҙ һала, 1738 й. алып билдәле. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыу барышында яндырыла, һуңыраҡ бында керҙәшлек килешеүе б‑са килеп урынлашҡан яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) тарафынан тергеҙелә. 1795 й. 82 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исемен йөрөткән) 29 йортта — 119 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. ошо ауылда тыуған.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019