Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОМАЛАҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 672

ҠОМАЛАҠ, Ҡолмаҡ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡоҙаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Бизмән й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 474 кеше; 1920 – 561; 1939 – 450; 1959 – 377; 1989 – 203; 2002 – 154; 2010 – 141 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға яҡынса 17 б. уртаһында Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1774 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар килеп ултыра (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән). 1795 й. 108 кеше йәшәгән, 1865 й. 47 йортта – 310 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Х.Х.Мөҙәрисов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019