Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРОСТЕЛЁВ Александр Алексеевич

Просмотров: 1141

КОРОСТЕЛЁВ Александр Алексеевич (27.9.1887, Һамар ҡ. — 3.9.1937, Мәскәү ҡ.), революция хәрәкәте һәм совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1907—10 йй. бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. 1910 й. башлап Ырымбур баш т. юл оҫтаханаларында эшләй. 1917 й. марты—ноябрендә Ырымбур эшсе һәм һалдат депутаттары советы рәйесе, бер үк ваҡытта сентябрь — ноябрҙә РСДРП(б)‑ның Ырымбур губкомы рәйесе. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты. 1918 й. ғинуар—мартында Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты рәйесе урынбаҫары, 1918 й. апрелендә — 1920 й. мартында Ырымбур губерна эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттары советы башҡарма комитеты рәйесе, бер үк ваҡытта 1918 й. июленән РККА Аҡтүбә ғәскәрҙәр төркөмөнөң сәйәси бүлек начальнигы, 1919 й. ғинуарында — 1920 й. мартында РКП(б)‑ның Ырымбур губкомы ағзаһы (1919 й. февраленә тиклем — рәйесе). 1920 й. мартынан Ташкент тимер юлы комиссары, сентябрҙән Ҡырғыҙ АССР‑ының бәйләнеш юлдары халыҡ комиссары һәм РКП(б)‑ның Ҡырғыҙ бюроһы ағзаһы. 1921 й. башлап РСФСР Эшсе-крәҫтиән инспекцияһының коллегия ағзаһы, 1922 й. — СССР Мәғариф хеҙмәткәрҙәре профессиональ союзының ҮК рәйесе, 1929 й. Бөтә Союз профессиональ союздарҙың үҙәк советы Президиумы ағзаһы. 1929 й. алып Мәскәү ҡ. хужалыҡ эшендә. 1922—25 йй. һәм 1927—30 йй. ВКП(б)‑ның Үҙәк контроль комиссияһы ағзаһы. 1937 й. репрессиялана (атыла), 1956 й. аҡлана.

 Әҙәб.: С к у т и н И.Я. Братья Коростелёвы. Челябинск, 1968.

Л.И.Футорянский

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.04.2023
Связанные темы рубрикатора: