Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛ АРЪЯҒЫ БАШҠОРТТАРЫ

Просмотров: 1885

УРАЛ АРЪЯҒЫ БАШҠОРТТАРЫ, башҡорттарҙың этник төркөмө. Силәбе (31,0 мең кеше), Магнитогорск (14,0), Златоуст (5,8), Мейәс (5,7), Озерск (4,5), Үрге Өпәле (2,3), Ҡыштым (2,2), Ҡытаутамаҡ (2,2) ҡҡ., Әшә ҡ. һәм Әшә р‑нында (4,5), Ҡытау-Ивановск ҡ. һәм Ҡытау-Ивановск р‑нында (2,0), ш. уҡ Силәбе өлкәһенең Арғаяш (27,4), Ҡоншаҡ районында (15,8), Сосновка районында (8,2), Верхнеурал (3,5), Ҡыҙыл районында (3,4), Ҡуҫа (2,9), Красноармейск (2,7), Уй районында (2,6), Сыбаркүл районында (2,1), Агаповка (2,0), НаҙыПетровск районында (1,7), Иткүл (1,0), Бреды (0,9), Октябрьск (0,7) һәм Нуғайбәк (0,4) р‑ндарында; Екатеринбург (14,8), Первоуральск (2,6), Каменск-Уральский (1,7), Үрге Пышма (1,7), Түб. Тагил (1,6), Березовский (1,4), Полевской (1,1) ҡҡ., ш. уҡ Свердловск өлкәһенең Сысәрт (1,4), Белояр (0,9), Түб. Һирге (0,5), Каменск (0,4), Невьянск (0,3) р‑ндарында; Ҡурған ҡ. (0,6), ш. уҡ Ҡурған өлкәһенең Сафакүл (7,3), Әлмән районында (5,0), Щучан (1,0), Шумиха (0,3) һәм Ҡатай р‑ндарында һ.б. урындарҙа йәшәйҙәр (2002 й. мәғлүмәттәр б‑са). 1989 й. Силәбе өлк. 161,1 мең, 2002 й. — 166,3 мең; ошоға ярашлы Ҡурған өлк. — 17,5 мең һәм 15,3 мең; Свердловск өлк. яҡынса 41 мең һәм 36,7 мең башҡорт йәшәгән. У.а.б. һөйләү теле башҡ. теленең көнсығыш диалектына ҡараған арғаяш, әй, мейәс, һалйот һәм ҡыҙыл һөйләштәренән тора. Диндарҙары — мосолман-сөнниҙәр (ҡара: Сөнниселек).

У.а.б. формалашыу нигеҙен төньяҡ-көнсығыш этнографик төркөмгә ҡараған бәкәтин, ҡалмаҡ, ҡатай, һалйот, һеңрән, терһәк (ҡатай ырыу-ҡәбилә берләшмәһе), ҡыуаҡан, һырҙы, табын (табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһе), әйле, һыҙғы (әйле ырыу-ҡәбилә берләшмәһе) ҡәбиләләре тәшҡил иткән. Тупланып йәшәү урыны б‑са У.а.б. шартлы рәүештә Силәбе һәм Ҡурған башҡорттарына айырыла. Ир-егеттең күбеһе һәм ҡатын-ҡыҙҙың бер өлөшө — көньяҡ себер антропологик тибына, ҡатын-ҡыҙҙың төп өлөшө — субурал, ир-егеттең бер өлөшө сығышы м‑н көньяҡтан булған европеоид тибына ҡарай. Б.э. 2‑се мең йыллығында У.а.б. төньяҡта Исәт һәм Пышма йй. (Тубыл й. басс.) алып (урыны м‑н Тура й. алып) көньяҡта Уй й. тиклем (уның ҡушылдығы Туғыҙаҡ й. һәм Тубыл й. үрге ағымына тиклем еткәндәр); көнсығышта Тубыл һәм Тура йй. (урыны м‑н Ишем һәм Иртыш йй. алып) алып көнбайышта Уралтау һыртына (ҡара: Башҡортостан) тиклем таралған. 13 б. алып У.а.б. ерҙәре — Алтын Урҙа, 15 б. аҙ. Себер ханлығы составына ингән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, У.а.б. ерҙәре — Верхотор һәм Тубыл өйәҙҙәренә, Өфө өйәҙенә, 18 б. башында — Себер губернаһына, 1737 й. башлап Исәт провинцияһына (1744 й. 19,7 мең кеше йәшәгән 2,9 мең хужалыҡ иҫәпләнгән) ҡараған. 17 б. уртаһынан алда, У.а.б. төп аҫаба ерҙәренең (ҡара: Аҫабалыҡ, Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) сиктәре юридиҡ яҡтан нығытылған жалованный грамоталар алған. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, У.а.б. Пермь губернаһының (Екатеринбург өйәҙе, Шадринск өйәҙе) 2‑се башҡ. кантоны, Ырымбур губернаһының 3‑сө (Троицк өйәҙе) һәм 4‑се (Силәбе өйәҙе) башҡ. кантондары составына ингән. 20 б. башында У.а.б. терр‑яһы Пермь (Екатеринбург, Шадринск өйәҙҙәре, Красноуфимск өйәҙенең бер өлөшө) һәм Ырымбур (Троицк һәм Силәбе өйәҙҙәре) губ. составына ҡараған. 1919 й. Екатеринбург, Силәбе, Шадринск өйәҙҙәре улустарынан, Красноуфимск, Троицк өйәҙҙәренең Урал аръяғы өлөшөнән Арғаяш кантоны һәм Ялан кантоны ойошторола. 1930 й. БАССР‑ҙың Арғаяш районы һәм Ҡоншаҡ р‑ны барлыҡҡа килә, 1934 й. Арғаяш башҡорт милли округы төҙөлгәндән һуң, улар Силәбе өлк. бирелә. 1943 й. У.а.б. терр‑яларының бер өлөшө (Силәбе өлк. Әлмән һәм Сафакүл р‑ндары) Ҡурған өлк. составына инә.

У.а.б. малсылыҡҡа нигеҙләнгән хужалыҡ-мәҙәни тибы барлыҡҡа килгән. Хужалыҡ нигеҙен игенселек, һунар, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ м‑н бергә алып барылған малсылыҡ тәшкил иткән. Башлыса йылҡы һәм һарыҡ, ш. уҡ һыйыр м‑н кәзә үрсеткәндәр. Игенселектең ҡаты баҫыу һәм ағастарҙы төпләп яндырыу системалары, өс баҫыулы сәсеү әйләнеше үҫеш алған. Бойҙай, арпа, һоло, арыш, техник культураларҙан киндер, етен һ.б. үҫтергәндәр. Төрлө ер эшкәртеү ҡоралдары ҡулланылған: ауыр һәм еңел һабандар, ш. иҫ. “ике атлы” һабан йәки “себер һуҡаһы”, ике йәки бер төрәнле һабан, төрлө һуҡалар, тимер һабан, тырма, ураҡ, кәкре салғылар һ.б. Баҫым баҫтырыу (дағаһыҙ аттарҙы түңәрәк буйлап йөрөтөп) йәки шыбағас, ырҙын ташы м‑н һуҡҡандар. Ҡиммәтле тиреле кейектәргә, айыу, мышы, бүрегә һ.б. һунар иткәндәр, йылым, ҡармаҡ м‑н балыҡ тотҡандар; Урал аръяғының төньяҡ-көнбайышында балыҡты ыуылдырыҡ сәсеү ваҡытында һалдау м‑н сәнсеп алғандар һ.б. Урманлы райондарҙа солоҡсолоҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Йорт эштәренән кейеҙ баҫыу, тула баҫыу, туҡыусылыҡ, өбөрөһөҙ балаҫ һуғыу, йүрмәп сигеү, буялған йөндән биҙәкле балаҫ һуғыу, күн (ҡара: Күн эше) һәм тире эшкәртеү, сигеү, бәйләү, үреү кеүек һөнәрҙәр үҫеш алған була. Шулай уҡ туҙҙан эшләнгән өй кәрәк-ярағы, ағастан эшләнгән өй кәрәк-ярағы, тиренән эшләнгән өй кәрәк-ярағы яһау, урман әҙерләү, ылаусылыҡ, суйын, тимер, баҡыр иретеү (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр), заводтарҙа ваҡытлыса эш (мәғдән, утын һ.б. ташыу) м‑н шөғөлләнгәндәр.

Күсмә тормош шарттарында У.а.б. бер нисә торалары (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре) булған; ултыраҡ тормошҡа күсеү процесында ҡышҡы торамалар урынында ауылдар барлыҡҡа килгән. 19 б. уртаһында — 20 б. башында У.а.б. ауылдарына киң урамлы һәм иркен йорт-ҡаралтылы, төҙөк планировка хас булған. Буралған, саман, ситән, балсыҡ һ.б. төрҙәге торлаҡ таралған, дүрт мөйөшлө (һыңар йорт), һуңыраҡ 2 (ҡыйыҡ баш) йәки 4 (бөрмә баш) ҡыйыҡлы алты мөйөшлө, 2—3 тәҙрәле өйҙәр төҙөгәндәр. Традицион интерьер мейес йәки сыуалдан, яҫтыҡ, кейеҙ һ.б. әйберҙәр һалынған урындыҡтан торған. Кейем элер өсөн урындыҡ өҫтөнә һайғау ҡаҡҡандар. Күп бүлмәле йорттарҙа мейес м‑н урындыҡ һәр бүлмәлә булған. Ихатала йорт, хужалыҡ кәрәк-ярағы һаҡлар өсөн келәт, мал аҙбары, бесәнлек, ялан кәртә, йәш мал һарайы урынлашҡан. Мунса, ғәҙәттә, йорт-ҡаралтынан алыҫтараҡ торған. Йәш малды ҡышлатыр өсөн ер өй киң ҡулланылған.

Кейемде йөндән бәйләгәндәр, күн, етен, ебәк һәм кизе-мамыҡ туҡыманан, тиренән теккәндәр. У.а.б. традицион өҫ кейеме елән, кәзәкей, камзул, бишмәт, тун, сәкмәндән (ҡара: Башҡорт кейеме) торған. Ирҙәр башына бүрек, ҡолаҡсын, түбәтәй, ҡатын-ҡыҙ башкейем, таҫтар (боронғораҡ ваҡытта), ҡушъяулыҡ, шәл, ҡалпаҡ, яулыҡ (йәки бәйҙәмес) кейгән. Аяҡ кейемен күндән теккәндәр, ҡайһы берҙә буҫтау ҡушҡандар. Күп урындарҙа ҡата, сарыҡ кейгәндәр; өлкән йәштәге ҡатын‑ҡыҙ йоҡа күндән тегелгән йомшаҡ ситек кейгән. Ҡатын-ҡыҙ күлдәктәре, алъяпҡыстар, ирҙәр күлдәге һәм билбауы, аяҡ кейемдәре сигеү, аппликация м‑н биҙәлгән. Традицион биҙәүестәр төрлө түш биҙәүестәренән, маңлай биҙәүестәренән, сәс биҙәүестәренән, сулпынан, беләҙектән, балдаҡтан һ.б. торған. Урал аръяғында тәңкә һәм мәрйен теҙелгән суҡлы яғалыҡты иңһәлек м‑н кейгәндәр, йәш ҡатындар, ҡыҙҙар хәситә, елкәлек таҡҡан. Ҡулдарына көмөш беләҙектәр, мәрйен, тәңкә м‑н биҙәлгән муйынсаҡ кейгән. Сәстәренә тәңкәле йәки суҡлы таҫма үргәндәр.

У.а.б. традицион аш-һыуында ит һәм һөт аштары өҫтөнлөк иткән, ш. уҡ ярма, балыҡ, үлән тамыры, емеш-еләк (ҡара: Башҡорт аш-һыуы) ҡулланылған. Эсемлектәрҙән күберәк айран, буҙа, ҡымыҙ эскәндәр. Байрам табынына традицион рәүештә бишбармаҡ, ҡаҙы, тултырма, өлөш, саламат (ҡаймаҡта бешерелгән шыйыҡ бутҡа, йола ашы булған) бешергәндәр, сәй табынына бауырһаҡ, ҡоймаҡ, йыуаса, ҡыҙыл эремсек һ.б. ҡуйғандар.

У.а.б. ырыу-ҡәбилә ҡоролошоноң төп өлөшө булып ҡәбилә, ырыу, ырыу бүленеше һәм ҡәрҙәш ғаилә төркөмдәре (ҡара: Аймаҡ, Түбә) торған. 19 б. — 20 б. башында У.а.б. бәләкәй ғаилә формаһы өҫтөнлөк иткән, атай кеше ғаилә башлығы һаналған (мөлкәт м‑н эш иткән һәм юридик яҡтан ғаиләнең вәкиле булған); ш. уҡ туғанлыҡ һәм уртаҡ хужалыҡ нигеҙендә ҡоролған күмәк ғаилә булған. У.а.б. ғаилә-никах мөнәсәбәттәрендә экзогамия өҫтөнлөк иткән. Никахтар ҡоҙалау б‑са башҡарылған, ҡыҙ урлау йолаһы булған; левират һәм сорорат һаҡланған.

Йәмғиәт тормошондағы төп ваҡиғалар, традицион байрам һәм йолалар яҙ һәм көҙ миҙгелдәрендә үткәрелгән (ҡара: Ҡарғатуй, Кәкүк сәйе, Майҙан, Һабантуй, Ер эшкәртеүгә бәйле йолалар, Малсылыҡҡа бәйле йолалар һ.б.). Ғаилә байрамдары бала тыуыуға бәйле булған (ҡара: Бишек туйы, Исем ҡушыу, Бала тыуыуға бәйле йолалар). У.а.б. туй йолаларында кейәү м‑н кәләш яғынан туғандарҙың шаян йырҙарҙа көс һынашыуы (ҡоҙалыҡ), кейәүҙең кәләшенең өлкән ағаларын һәм ике туған ағаларын һыйлауы (ҡайнаға муртайы), кәләштең туғандары м‑н хушлашҡанда сеңләүе кеүек йолалар айырыла. Кәләш оҙатҡанда ҡоҙалар үҙҙәре м‑н бергә өйҙөң һәм ауылдың ҡотон алып китә алған тигән ышаныу йәшәгән, шуға күрә ҡапҡанан сығыр алдынан кейәүҙең ата-әсәһе мотлаҡ ергә тәңкә һәм төрлө еп (ҡот) ташлаған. Ҡайһы бер башҡорттарҙа сәсеү алдынан йыуаса таратыу йолаһы булған.

У.а.б. халыҡ ауыҙ-тел ижадында “Буҙйегет”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Тарғын менән Ҡужаҡ”, “Йософ менән Зөләйха” һ.б. эпостарҙың варианттары билдәле. Легенда, риүәйәттәр ырыу һәм ҡәбиләләрҙең, торамаларҙың нисек барлыҡҡа килеүе һәм уларҙың атамаһы, тарихтағы төп ваҡиғалар т‑да бәйән итә. “Арғужа”, “Ашҡаҙар”, “Ҡаһым түрә”, “Тәфтиләү”, “Уйыл”, “Шәүрә”, “Эскадрон” йырҙары, “Ир Таһир” йыр-риүәйәте һ. б., “Байыҡ”, “Гөлнәзирә”, “Ете ҡыҙ”, “Зарифа”, “Перовский” һ.б. бейеүҙәр билдәле булған. У.а.б. биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә төрлө нәфис эшкәртеү алымдары, орнаменттар, төҫтәр байлығы хас. Урал аръяғында туҡыма һәм тирене биҙәү, биҙәкләп туҡыу, тегеү, балаҫ һуғыу эштәре киң таралған булған. Кәрәк-яраҡты, кейем-һалымды һ.б. сигеү, аппликация, ҡорама м‑н биҙәгәндәр.

У.а.б. дауалау өсөн уҫаҡ ҡайырыһы, үлән, кипкән япраҡ, дегәнәк сәскәһе төнәтмәләре, ш. уҡ көл, һүндерелгән эзбиз, йәнлек үте һ.б. ҡулланғандар. Һыу сығанаҡтарының шифалы үҙенсәлектәрен ҡулланып дауалау таралған. Күп йолалар исламға тиклемге инаныуҙарға барып тоташа, бешмә м‑н ауырыған малды ата-бабаларҙың ҡәберенә алып барып дауалағандар (ҡара: Ата-бабалар культы).

У.а.б. араһынан сыҡҡан билдәле кешеләр: старшина Таймаҫ Шәимов, кантон башлығы Мөхәмәтҡолой Көсөков (ҡара: Көсөковтар), ихтилал етәкселәре Һары Мәргән, Юламан Ҡушаев, 1767—69 йй. Уложенный комиссия депутаты Баҙарғол Юнаев, башҡорт милли хәрәкәте етәкселәре С.С.Мағазов, Ш.Ә.Манатов, Инан Әбделҡадир, Ғ.Ғ.Тағанов, Н.Т.Таһиров, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Х.Ҡ.Ҡушаев, шағирҙар Ҡ.Даян, К.К.Кинйәбулатова, Ғ.Сәләм, йырсы Р.Ф.Көсөков, ғалимдар Н.В.Бикбулатов, Д.Ж.Вәлиев, З.Ә.Ихсанов, Х.Ғ.Йосопов. 17—19 бб. У.а.б. аҫаба ерҙәрендә ҡалалар, тау заводтары, ҡәлғәләр төҙөлгән, башҡорттар үҙ ерҙәрендә ауылдарға нигеҙ һалған (ҡара: 1‑се, 2‑се табл.). 18 б. — 19 б. 1‑се ярт. Екатеринбург өйәҙе Оло Ҡатай улусы башҡорттары тарафынан керҙәшлек килешеүе б‑са Бала- Ҡатай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә — Апаҡ, Ибраһим, Ҡайынкүл, Ҡолошбай, Ҡырмыҫҡалы, Һарыкүлмәк; Һалйот улусының аҫаба ерҙәрендә Ҡараболаҡ, Юлдаш, Ямантай, Оло Иркәбай, Һеңрәнкүл, Күлмәк, Һағалыш торамалары төҙөлгән; Бала-Ҡатай улусының аҫаба ерҙәрендә Шуран улусы башҡорттары — Ҡарағайкүл, Суртаныш; Силәбе өйәҙенең Әйле улусы башҡорттары — Барын-Табын, Ҡара-Табын, Бала-Ҡатай, Оло Ҡатай һ.б. улустарҙың аҫаба ерҙәрендә — Һәйбәт, Әлеш, Байғаҙы, 1-се Битүк, 2-се Битүк, Дәүләтбай, Дәрбиш, Ишбулат, Имәнғол, Ишкенә, Кесе Иҫәнгилде, Ишәле, Ҡәҙер, Ҡолой, Ҡолоҡай, Ҡурамша, Ләүәш, Мәмбәт, Мәрженбай, Мәтәл, Морат, Ниғәмәт, Собханғол, Сөтөк, Теләүкәй, Тураҡай, Оло һәм Кесе Олтараҡ, Оло һәм Кесе Усман, Үтәбай, Тойғон, Төпәш, Хәмит, Һайҡол; Троицк өйәҙенең Һыҙғы улусы башҡорттары керҙәшлек килешеүе б‑са Барын-Табын улусының аҫаба ерҙәрендә Ҡарабаш, Сәйет, Ураҙбай һ.б. торамаларға нигеҙ һалған.

Әйле, Ҡатай, Ҡыуаҡан, Көҙәй, Бәкәтин, Терһәк, Өпәй, Һырҙы улусы башҡорттары ерҙәрендә һ.б. улустарҙа Белембай заводы, Бисерт заводы, Златоуст (Косотур) заводы, Йүрүҙән-Ивановка заводы, Кәҫле заводы, Ҡуҫа заводы, Ҡытау- Ивановка заводы, Ҡытаутамаҡ заводы, Ҡыштым заводтары, Мейәс заводы, Мең заводы, Минйәр заводы, Наҙы- Петровск заводы, Өпәле заводтары, Рәүҙе заводы, Сысәрт заводы, Ташлы заводы, Төньяҡ заводы, Һатҡы заводы, Һирге заводтары, Шайтан заводтары, Эҫем заводтары, Әтек заводы, Әшә-Балашов заводы, Ялан заводы һ.б. заводтар төҙөлгән, хәҙ. завод торамалары урынында Силәбе өлк. Әшә, Үрге Өпәле, Златоуст, Кәҫле, Ҡытау-Ивановск, Ҡуҫа, Ҡыштым, Мейәс, Минйәр, Наҙы‑Петровск, Һатҡы, Эҫем, Ҡытаутамаҡ, Йүрүҙән ҡҡ., Түб. Өпәле ҡасабаһы, Свердловск өлк. Каменск-Уральский, Түб. Һирге, Первоуральск, Полевской, Рәүҙе, Сысәрт ҡҡ., Әтек, Белембай, Бисәрт, Үрге Һирге ҡасабалары урынлашҡан.

Элек Ҡара- һәм Барын-Табын, Һыҙғы, Теләү улустары башҡорттарын хужа булған ҡаҙна ерҙәрендә Верхнеурал ҡәлғәһе, Красноуфимск ҡәлғәһе, Троицк ҡәлғәһе, Силәбе ҡәлғәһе, Сыбаркүл һәм Мейәс ҡәлғәләре, хәҙ. Силәбе өлк. Верхнеурал, Красноуфимск, Троицк, Силәбе, Сыбаркүл ҡҡ. һәм Мейәс а. һалынған. Элек Силәбе өйәҙенең Ялан-Ҡатай улусы башҡорттары хужа булған ҡаҙна ерҙәрендә мишәрҙәр тарафынан Атйетәр, Вишняков, Иванков, Карасев, Мансур, Өскүл, Сафакүл, Тоҙауыл, Трёхозерки, Һөлөклө, Әлмән аа. (бөтәһе лә — Ҡурған өлк.) нигеҙ һалынған.

2002 й. мәғлүмәттәр б‑са, У.а.б. Силәбе өлк. Аҡбаш (86), Арғаҙы (72), Архангел (63), Атйетәр (68), Аяҙғол (93), Байғаҙы (92), Байрамғол (62), Бараҡ (94), Баязит (99), Берёзовка (71), Бигәрҙе (77), Бикҡол (97), Борисовка (89), Буланцы (66), Булат (89), Бүре (98), Бәжекәй (96), Бәшәкүл (66), Горный (71), Дауыт (93), Деев (60), Дружный (72), Дәрбиш (95), Дәүләтбай (93), Ерлыгаз (54), Заозёрный (54), Ибраһим (86), Илембәт (96),Иҫке Субыл (98), Иткүл (95), Ихсан (87), Ишәле (97), Калиновка (57), Кесе Ҡаҙаҡбай (99), Кесе Ҡәнзәфәр (52), Кесе Олтораҡ (99), Кирҙәкүл (62), Кировский (81), Ключи (97), Комсомольский (67), Көҙәш (98), Ҡаҙбай (73), Ҡайынкүл (90), Ҡамышлы (80), Ҡарағайкүл (96), Ҡобағош (96), Ҡолой (69), Ҡомкүл (92), Ҡорман (97), Ҡунаҡбай (99), Ҡурамша (98), Ҡуянбай (94), Ҡыҙыл (95), Ҡәҙер (87), Ҡәнзәфәр (58), Ләүәш (100), Мамай (95), Мансур (97), Маякский (90), Маяҡ (89), Миҙиәк (90), Мурино (89), Мәрженбай (97), Мәтәле (96), Мәүлит (97), Мәхмүт (94), Мәһәҙей (54), Ноғман (94), Нөркә (100), Оло Иркәбай (99), Оло Иҫәнгилде (97), Оло Ҡаҙаҡбай (100), Оло Ҡуйһары (97), Оло Түләк (97), Оло Тәгеш (72), Оло Усман (99), Оло Яуымбай (92), Первомайка (59), Пригородный (58), Прибрежный (66), Селянкино (54), Смальный (54), Солтан (93), Сосновка (71), Субар (86), Сураҡ (95), Суфый (98), Сыбаркүл (91), Сәйет (97), Сәләй (96), Сәркә (98), Тауҡай (88), Туғыҙбай (97), Туҡтыбай (95), Түб. Караси (56), Түб. Ҡорман (93), Түб. Мейәс (70), Түб. Субыл (95), Ураҙбай (96), Хәлит (92), Һары (73), Һарыкүлмәк (93), Һолтанай (98), Һултай (93), Һырғайҙы (87), Һәйбәт (91), Чапаевка (67), Шимаковка (51), Шишмә (85), Шөкөр (93), Этимгән (91), Әбдер (94 %), Әлеш (98), Әлифҡол (98), Әлмәй (98), Әмин (90), Әшер (97), Юлдаш (93), Яҡуп (84), Ялтыр (99), Ямантай (97), Яратҡол (94);

Ҡурған өлк. — Абултай (91), Аҙналы (93), Аҡкүл (88), Арыҫлан (95), Асҡар (81), Атйетәр (37), Байғана (90), Баҡый (90), Баязит (86), Бикбирҙе (93), Бохара (93), Бөгөй (59), Буҙыяс (93), Бурматово (71), Зәйнәкәй (99), Искәндәр (92), Киләй- Ҡаҙаҡҡол (42), Ҡаҙаҡҡол (95), Ҡалмаҡ-Әбдрәш (94), Ҡамышлы (33), Майлыҡ (68), Максимовка (54), Мырҙабай (96), Надеждинка (75), Озёрная (72), Озёрное (63), Оло Солтан (96), Петровка (47), Поляна (60), Сокольники (94), Сөләймән (75), Субботино (83), Тәңреҡул (72), Убалы (93), Һарт-Әбдрәш (55), Шәрип (83), Щучан (66), Юламан (41), Ялан (37) һ.б. торама пункттарҙа йәшәй.

Әҙәб.: К у з е е в Р.Г., Б и к б у л а т о в Н.В., Ш и т о в а С.Н. Зауральские башкиры //Археология и этнография Башкирии. Т.1. Уфа, 1962; Б и к б у л а т о в Н.В., М у р з а б у л а т о в М.В. Земледелие зауральских башкир в XIX — нач. XX в. //Этнография Башкирии. Уфа, 1976; Курганские башкиры: ист.-этногр. очерки. Уфа, 2002.

Р.М.Йосопов, М.В.Мырҙабулатов, С.Н.Шитова

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.02.2024
Связанные статьи: