Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҠТИСАДИ РАЙОНДЫ КОМПЛЕКСЛЫ ҮҪТЕРЕҮ

Просмотров: 981

ИҠТИСАДИ РАЙОНДЫ КОМПЛЕКСЛЫ ҮҪТЕРЕҮ, урындағы етештереү факторҙарын һәм инфраструктураны оптималь файҙаланыу нигеҙендә төбәк иҡтисадының үҙ-ара бәйләнешле һәм пропорциональ үҫеше; район‑ара һәм халыҡ‑ара хеҙмәт бүленешендә иҡт. райондың урынын билдәләй. Иҡт. район структураһы: район иҡтисады структураһының нигеҙен тәшкил иткән етештереү комплекстарын барлыҡҡа килтереүсе пр‑тиелар; был комплекстарға инмәгән, ләкин ошо районда урынлашҡан пр‑тиелар; район инфраструктураһы. 1921 й., 1938—40 йй., 1963 й., 1982 й. Дәүләт планы СССР‑ҙың иҡт. р‑ндары селтәрҙәрен әҙерләй һәм үҙгәртә. Халыҡ хужалығы үҫешенең биш йыллыҡ пландары уларға ярашлы төҙөлә һәм раҫлана.

Башҡортостан 1963 й. тиклем һәм 1982 й. алып — Урал иҡт. р‑нына, 1963 й. башлап Волга буйы иҡт. р‑нына ҡарай. Планлы иҡтисад осоронда И.р.к.ү. функциональ роле район иҡт. структураһына ингән тармаҡтарҙың үҙ‑ара тәьҫирен оптималләштереүҙән тора. Башҡортостан иҡтисадын үҫтереү башлыса дөйөм Союз мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелә, был респ. матди етештереү өлкәһе тармаҡтарының үҫеше һәм соц. үҫеше кимәлдәре араһындағы ярашһыҙлыҡҡа килтерә. БР иҡт. үҙаллылыҡ алғандан һуң химия сәнәғәтенең, нефтехимия сәнәғәтенең, машиналар эшләүҙең һәм металл эшкәртеүҙең (ҡара: Металл конструкциялар һәм изделиелар сәнәғәте), ҡара металлургияның, төҫлө металлургияның тотҡан урыны сағыштырмаса юғары һаҡлана, ш. уҡ ваҡытта ағас эшкәртеү сәнәғәте, еңел сәнәғәт, аҙыҡ-түлек сәнәғәте етерлек кимәлдә үҫешә алмай.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: