Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫЙМАҠ ҠАҒАНАТЫ

Просмотров: 1086

ҠЫЙМАҠ ҠАҒАНАТЫ, 9 б. аҙағында — 10 б. башында көнбайышта Волга й. алып көнсығышта Алтайға һәм Иртыш й. тиклем, төньяҡта Көньяҡ Уралдан башлап көньяҡта Ете йылғаға тиклем ерҙе үҙ эсенә алған дәүләт. Көнсығыш төрки (ҡара: Төрки ҡағанаты) һәм Уйғыр ҡағанаттары тарҡалғандан һуң, төрки ҡәбиләләр берләшмәләре (ҡыймаҡтар, ҡыпсаҡтар, уғыҙҙар) тарафынан төҙөлә. Баш ҡалаһы — Имаҡ (Ҡыймаҡ, Иртыш й. буйында). Дәүләт башында хаҡан (ҡаған, 10 б. тиклем ябғу) торған. Төп дине — шаманлыҡ; ислам, манихейлыҡ, тәңрелек аҙыраҡ таралған. Халҡы боронғо төрки рун яҙмаһын ҡулланған. Территорияһы 2 өлөшкә (көнсығыш һәм көнбайыш) һәм 11 провинцияға бүленгән. Провинциялар менән өлөшләтә бойондороҡһоҙ хакимдар идара иткән, ҡала-ҡәлғәләрҙә һәм замоктарҙа уларҙың ставкалары урынлашҡан. Ҡ.ҡ. 16 ҡала булған. Халҡы башлыса ярым күсмә малсылыҡ, игенселек, һөнәрселек, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Көнсығыш Европа, Себер, Урта Азия илдәре менән иҡтисади‑сауҙа бәйләнештәре тотҡан.

 Урал алды һәм Көньяҡ Урал (“Юань-ши” ҡытай йылъяҙмаһы буйынса Юйли-боли) ҡағанаттың төньяҡ өлөшөн тәшкил иткән. Башҡ. ҡәбиләләренең Ҡ.ҡ. халҡы менән сәйәси, иҡтисади һәм этник бәйләнештәре башҡорттар араһына ҡыпсаҡ һәм уғыҙ ҡәбиләләренең әүҙем үтеп инеүенә булышлыҡ итә.

 Әҙәб.: К у м е к о в Б.Е. Государство кимаков IX—XI вв. по арабским источникам. Алма-Ата, 1972; П л е т н ё в а С.А. Половцы. М., 1990.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.08.2023