Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШТУҒАН ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 929

ИШТУҒАН ҠУРҒАНДАРЫ, б.э.т. 16—1 бб. ҡараған археологик ҡомартҡы. Мәләүез р‑ны Иштуған а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 1976 й. М.Ф.Обыдённов тарафынан асыла, 1977 й. һәм 1982 й. өйрәнелә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы (диам. 18—30 м, бейеклеге 0,2—1,5 м) ҡәберлектәр иҫәбенә инә. 7 ҡурғандан тора, 5‑һе (27 ҡәбер) ҡаҙылған; өсәүһендә 3—6, икәүһендә 1 һәм 14 ҡәбер табылған. Ҡәберҙәрҙең төп өлөшө Бура мәҙәниәтенә ҡарай. Мәйеттәр ҡәбер соҡорҙарына һул ҡабырғаһына бөгәрләнгән килеш һалып, башы м‑н төньяҡҡа йәки төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбергә бронза беләҙектәр, әүәләп яһалған балсыҡ һауыт‑һаба, һөйәк сөй һәм таш төйгөс һалынған. Ҡурғандарҙың береһендә Сармат мәҙәниәте ҡәбере табылған. Мәйет оҙонса түңәрәк ҡәбер соҡорона салҡан һалып, башы м‑н көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Баш осонда әүәләп яһалған яҫы төплө, ауыҙы тышҡа ҡарай бөгөлгән көршәк һауыт, аяҡ осонда көршәк әйләнәһендә эшләнгән, орнамент (горизонталь һәм вертикаль һыҙыҡтар, түңәрәктәр) м‑н биҙәлгән йомро ҡорһаҡлы тотҡалы көршәк табылған. Ҡәберҙә ш. уҡ Понт дәүләте батшаһы Митридат Евпатор VI (б.э.т. 132—63 йй.) заманындағы 2 баҡыр тәңкә, һаплы өс йөҙлө тимер уҡ башаҡтары, йәйә өсөн һөйәк пластинкалар табылған. Ҡомартҡы Көньяҡ Урал буйына бронза быуаты һәм тимер быуат ҡәбиләләренең, ш. иҫ. сарматтарҙың, күсеп ултырыу процесын сағылдыра. Ҡомартҡы материалдары БДУ фондында һәм Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Акбулатов И.М., Обыдённов М.Ф. Погребения кочевников начала нашей эры из зоны Иштугановского водохранилища //Памятники кочевников Южного Урала: сб. науч. тр. Уфа, 1984; Археологические памятники Иштугановского водохранилища в Башкирской АССР. Уфа, 1988.

И.М.Аҡбулатов, Р.Б.Исмәғилев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: