ҠАҘМАШ УРТА МӘКТӘБЕ
492
ҠАҘМАШ УРТА МӘКТӘБЕ, Әбйәлил р‑нында урынлашҡан. 1907 й. яңы ысуллы мәктәп булараҡ асыла. 1930 й. башлап 7 йыллыҡ, 1957 й. — башланғыс, 1964 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1989 й. хәҙ. статусын ала. Ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, спорт залы бар. 1930 й. алып мәктәпте 2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2012), улар араһында Н.Х.Ишбулатов, М.Ә.Ҡотлоғәлләмов. Мәктәп биләмәһенә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарға обелиск (2005), сәйәси репрессия ҡорбандарына һәйкәл ҡуйылған (2010).
Р.Х.Яҡупов
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: