Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ

Просмотров: 1866

ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ, халыҡ һаулығын һаҡлау һәм нығытыу, кешеләрҙең ғүмерен оҙайтыу маҡсатында үткәрелгән дәүләт соц.‑иҡт., мед. һәм йәмәғәт саралары системаһы. Һ.һ. системаһының эше кадрҙар, матди‑техник база, билдәле ойоштороу структураһы, ярашлы технологиялар булыуы һәм медицина фәненең үҫеше м‑н тәьмин ителә. Халыҡҡа мед. яр­ҙамы дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары тарафынан күрһәтелә һәм дауахананан тыш медицина ярҙамы (амбулатория‑поликлиника, ашығыс медицина ярҙамы), стационар (ҡара: Дауаханалар) һәм шифахана‑курорт (ҡара: Шифахана‑курорт учреждениелары) төрҙәренә бүленә. Халыҡҡа санитария‑эпидемиология күҙәтеүе һәм экологик хәүефһеҙлек санитария‑эпидемиология хеҙмәте тарафынан тәьмин ителә. Халыҡты дарыуҙар м‑н дарыухана учреждениелары (ҡара: Дарыуханалар) тәьмин итә. Башҡортостанда тәүге мед. учреждениелары 18 б. уртаһында тау заводтарында һәм Башҡорт ғәскәрендә барлыҡҡа килә (ҡара: Госпиталдәр). 18 б. аҙ. Өфө, Бөрө һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. Йәмғиәт ҡараулығы приказы дауаханалары асыла. 1819 й. 2 табип участкаһы булдырыла, уларҙың һәр береһендә табип, бер нисә фельдшер һәм сәсәк һалыусы була. Беренсе табип участкаһына Бәләбәй, Бөрө һәм Минзәлә өйәҙҙәре, икенсеһенә Златоуст, Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәре инә. 1875 й. Өфө губерна земствоһы ойошторолғандан һуң Йәмғиәт ҡараулығы приказы дауаханалары земство башҡармалары ҡарамағына күсерелә (ҡара: Земство медицинаһы). 1876 й. Губерна земство дауаханаһы (ҡара: Республика клиник дауаханаһы) Өфө губерна­һының үҙәк мед. учреждениеһы була. Өфө губерна земство башҡармаһы 1905 й. Өфөлә Пастер станцияһын, бер йылдан һуң буласаҡ Бактериология ин‑тының (ҡара: “Иммунопрепарат”) 3 бүлексәһен аса. 1913 й. Өфөлә 5 табибы булған 114 урынлыҡ Губерна земство дауаханаһы һәм 6 табип эшләгән 700 урынлыҡ Психиатрия дауаханаһы (губерна земствоһы иҫәбенә тотола); 1 табип м‑н 22 урынлыҡ Чижов дауаханаһы (ҡара: Чижовтар), 1 табип м‑н 35 урынлыҡ йоғошло ауырыуҙар өсөн дауахана, һәр береһендә табип булған 5 амбулатория, табип м‑н санитария бюроһы (ҡала бюджеты иҫәбенә); 1 табип эшләгән 20 урынлыҡ бала табыу йорто, 1 табип м‑н 10 урынлыҡ күҙ ауырыуҙарын дауалау учреждениеһы һәм 4 урынлыҡ туберкулёз м‑н ауырығандар өсөн пункт (хәйриә ойошмалары иҫәбенә); 2 табип булған 80 урынлыҡ т. юлы дауаханаһы, 1 табип эшләгән 35 урынлыҡ төрмә дауаханаһы, дини уҡыу йорттары ҡарамағында 35 урынлыҡ 2 ҡабул итеү пункты (башҡа ведомстволар иҫәбенә) була. 1913 й. амбулаторияларҙа һәм губерна дауаханаларында табип ярҙамын 52966 Өфөлә йәшәүсе кеше ала, шуларҙың 3011‑е губерна һәм ҡала дауаханаларында стационар дауалана. Медицина ярҙамын ойоштороу кимәле б‑са Өфө губерна земствоһы Рәсәйҙең башҡа губерна земстволарынан айырмалы рәүештә айырыуса артта ҡалған була, был халыҡҡа мед. ярҙамы күрһәтеүгә етерлек кимәлдә аҡса бүленмәү м‑н аңлатыла [бер кешегә йылына уртаса 53 тин (Рәсәй б‑са 2 һум 78 тин)]. Граждандар һуғышы осоронда Бәләкәй Башҡортостанда күпселек мед.‑санитария учреждениелары ябыла. 1919 й. июнендә АСБР‑ҙың Эске эштәр комиссариаты ҡарамағында Ғ.Ғ.Ҡыуатов етәкс. Һ.һ. бүлеге төҙөлә, 1919 й. сент. ул Һаулыҡ һаҡлау ХК‑на үҙгәртелә. Республикала Һ.һ. үҫешендә мед. ярҙамының дәүләт ҡарамағында булыуы, уны һәр кем ала алыуы, түләүһеҙ һәм күбе­һенсә иҫкәртеү йүнәлешле булыуы төп күрһәткес иҫәпләнә. 1919 й. аҙ. респ. 60 мед. учреждениеһы, ш. иҫ. 520 урынлыҡ 2 госпиталь, 220 урынлыҡ 11 дауахана, йоғошло ауырыу­ҙар өсөн 1045 урынлыҡ 22 барак, 3 амбулатория, 21 фельдшер пункты, теш табибы кабинеты, ш. уҡ дарыухана һәм дарыухана магазины асыла; 9 табип (2‑һе теш табибы), 106 урта мед. хеҙм‑ре (84 фельдшер, 7 акушерка, 15 шәфҡәт туташы) эшләй. Кантондарҙа халыҡҡа матди һәм мед. ярҙамы күрһәткән “Башкирпомощь” махсус комиссияһы эшләй. 1920 й. уртаһына үткәрелгән саралар һөҙөмтәһендә паразитар тиф эпидемияһы башлыса бөтөрөлә. 1920 й. аҙ. респ. 50‑нән ашыу табип һәм 400‑гә яҡын фельдшер, акушерка һәм шәфҡәт туташы, ш. уҡ РСФСР Баш санитария идаралығы разнарядкаһы б‑са килгән 16 табип, 20 фельдшер, 17 шәфҡәт туташы һәм 3 фармацевт эшләй. 1922 й. алып дауахананан тыш мед. ярҙамы күрһәтеү б‑са санитария хеҙмәтенең, учреждениеларҙың үҙ аллы дәүләт системаһы формалаша. Граждандар һуғышынан һуңғы респ. иҡт. бөлгөнлөк, аслыҡ, эпидемиялар Һ.һ. планлы үҫтереүгә мөмкинлек бирмәй. 1923 й. алып халыҡҡа мед.‑санитария ярҙамын махсуслаштырыу камиллаштырыла башлай: Өфөлә туберкулёз һәм венерология диспан­серҙары, тапмаға ҡаршы станция (1924) асыла; Өфө күҙ ауырыуҙары дауаханаһы Башҡ‑н трахоматоз ҒТИ‑на үҙгәртелә (ҡара: Күҙ ауырыуҙары институты). 1924 й. башында БАССР‑ҙың Һ.һ. ХК эргәһендә сәнәғәт пр‑тиеларының страховкаланған эшселәре һәм хеҙм‑рҙәре өсөн дауалау‑иҫкәртеү ярҙамы күрһәтеү б‑са бүлек булдырыла (Рабмед). 1924 й. дек. Респ. Ҡыҙыл Тәре Йәмғиәте вәкилдәренең Беренсе Бөтә башҡорт съезы уҙғарыла, унда төрлө тикшереү һәм иҫкәртеү сараларын үткәреү, эшселәрҙе диспансерлаштырыу т‑да ҡарарҙар ҡабул ителә. 1925 й. БАССР‑ҙың Һ.һ. ХК эргәһендә балалар һәм үҫмерҙәр һаулығын һаҡлау бүлеге булдырыла; ауыл медицинаһы б‑са белгес вазифаһы индерелә. 20‑се йй. аҙ. БАССР‑ҙа 137 амбулатория, поликлиника, һаулыҡ пункты, 3636 урынлыҡ 93 дауахана, йо­ғошло ауырыуҙар өсөн 431 урынлыҡ 7 барак, 390 урынлыҡ 77 әсәлекте һәм сабыйлыҡты һаҡлау учреждениеһы, 398 санитария‑эпидемиология учреждениеһы була; 379 табип, 1300‑ҙән ашыу урта мед. персоналы эшләй. Был осорҙа ҡорһаҡ тифы м‑н инфекцион ауырыу 4 тапҡырға, сәсәк м‑н ауырыу 3 тапҡырға түбәнәйә (1913 й. м‑н сағыштырғанда), сабыртмалы тиф, дифтерия, сифилис һ.б. м‑н ауырыу осраҡтары һиҙелерлек кәмей. Республикала Һ.һ. артабанғы үҫеше өсөн ВКП(б) ҮК‑ның “Эшселәр һәм крәҫтиәндәрҙең медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу тураһында” (1929) ҡарары айырыуса әһәмиәткә эйә була, унда Һ.һ. өҫтөнлөклө бурыстары билдәләнә: санитария‑эпидемиология именлеген тәьмин итеү, сәнәғәт пр‑тиелары эшселәренә мед. ярҙамын ойоштороу, хеҙмәт, һөнәри зарар һәм травматизмдың, ш. уҡ һөнәри ауырыуҙарҙың санитария‑гигиена шарттарын өйрәнеү. 30‑сы йй. БАССР Һ.һ. ХК тарафынан трахоманы, тапманы бөтөрөү һәм халыҡтың туберкулёз, венерик ауырыуҙар м‑н ауырыу һанын кәметеү б‑са саралар үткәрелә. 1930 й. РСФСР Һ.һ. ХК‑ның Дәүләт туберкулёз ин‑ты Башҡортостан комплекслы экспедицияһы м‑н берлектә башлыса респ. ауылдарында йәшәгән башҡорт халҡының ауырыу кимәлен өйрәнеүҙе һәм асыҡлауҙы ойоштора. БАССР‑ҙа респ. әһәмиәтендәге бер нисә ҒТИ асыла: тире‑венерология (1930), фтизиатрия (1932), һаулыҡ һаҡлау һәм гигиена ҒТИ (1932). Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлауға, ҡан менән тәьмин итеү хеҙмәте булдырыуға айырыуса иғтибар бүленә, курорт урындарын үҙләштереү башлана, санитария һәм дарыухана хеҙмәттәре ойошторола. Халыҡты әүҙем иммунлаштырыу һ.б. эпидемияға ҡаршы саралар иҫәбенә натураль сәсәк, ваба бөтөрөлә, башҡа инфекциялар м‑н ауырыу кәметелә. Медицина кадрҙарын әҙерләү мед. ин‑тында (ҡара: Медицина университеты) һәм мед. училищеларында алып барыла. 1935 й. 1‑се Бөтә башҡорт тапмаға ҡаршы кәңәшмәһендә БАССР‑ҙа тапманы бөтөрөү бурысы иғлан ителә. 1937 й. туберкулёзға ҡаршы көрәш б‑са 1‑се Бөтә башҡорт өлкә конференцияһы үткәрелә. 1938 й. респ. алыҫ райондарында йәшәгән ауырыуҙарға ашығыс мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн санитария авиацияһы станцияһы булдырыла. 1‑се Бөтә башҡорт табиптар фәнни‑ойоштороу съезы (1938) эшендә 400 кеше ҡатнаша, унда трахома, тапма, туберкулёз, тире ауырыуҙары, эндемик боғаҡ ауырыуҙарына ҡаршы көрәш мәсьәләләре, травматология һәм ортопедия, ҡан ебәреү һ.б. проблемалар тикшерелә. БАССР‑ҙа 1938 й. 6050 дауахана урыны, 374 амбулатория, 507 шәфҡәт туташтарының трахоматоз пункты иҫәпләнә; йөклө һәм бала табыусы ҡатын‑ҡыҙ өсөн 590 урынлыҡ 88 әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау мед. учреждениеһы, 63 балалар консультацияһы, 12 һөт аҙығы кухняһы эшләй. 1940 й. Һ.һ. бюджет сығымдары 1913 й. м‑н сағыштырғанда 6 тапҡырға (ярашлы хаҡтарҙа), йән башына — 3,5 тапҡырға, 10 мең кешегә иҫәпләгәндә дауахана урындары һәм табиптар м‑н тәьмин итеү ярашлы рәүештә 4,5 һәм 6 тапҡырға арта. 1940 й. БАССР Һ.һ. ХК эргәһендә санитария‑эпидемиология һәм фәнни‑методик советтар ойошторола, улар респ. Һ.һ. хеҙм‑рҙәре м‑н Өфөнөң мед. һ.б. ҒТИ ғилми кадрҙары араһында бәйләнеште тәьмин итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан 182 дауахана учреждениеһы, 413 амбулатория, поликлиника учреждениеһы, һаулыҡ пункты иҫәпләнә. Һуғыш йылдарында БАССР Һ.һ. ХК тарафынан хәрәкәт итеүсе армияға 490 табип һәм 817 урта мед. персоналы ебәрелә; күпселеге эвакуация госпиталдәрендә эшләй. БАССР‑ҙың эвакогоспиталдәрендә мед. хеҙмәтләндереүе 340 табип һәм 1000‑дән ашыу шәфҡәт туташы һәм санитарка тарафынан башҡарыла. 1941—45 йй. респ. дауахана учреждениелары һаны 213‑кә, фельдшер, фельдшер‑акушерлыҡ һәм һаулыҡ пункттары 1219‑ға, дауахана урындары 11708‑гә тиклем арта. Һуғыш аҙағына табиптар һаны 1163 кеше, урта мед. хеҙм‑рҙәре 5171 кеше тәшкил итә, табип м‑н тәьмин итеү 10 мең кешегә ярашлы рәүештә 4,4 һәм 19,3 кеше тура килә. Һуғыштан һуң халыҡты мед. хеҙмәтләндереүен үҙгәртеү барышында яңы номенклатура — дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары булдырыла. 1945 й. Өфөлә 50 урынлыҡ стационары булған Онкология диспансеры асыла. 1951 й. дауаханала үлеү осрағы 1947 й. м‑н сағыштырғанда 2 тапҡырға кәмей. 1951 й. респ. табиптар һаны 1940 й. м‑н сағыштырғанда ике тапҡырға арта һәм 2235 кешегә етә (10 мең кешегә 6,0 табип). Урта мед. хеҙм‑рҙәре һаны 1,6 тапҡырға арта һәм 7703 кеше тәшкил итә (10 мең кешегә 14,2). 1955 й. Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ (ҡара: Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты) асыла. 1960 й. башында 1945 й. м‑н сағыштырғанда дауахана учреждениелары һаны 213‑тән алып 346‑ға, дауахана урындары 11708‑ҙән (10 мең кешегә 43,8) 21800‑гә тиклем (10 мең кешегә 62,9) арта, махсус белемле табиптар һаны 1163‑тән (10 мең кешегә 4,4) 4281‑гә (10 мең кешегә 12,4), урта мед. персоналы 5171‑ҙән (10 мең кешегә 19,3) 16927‑гә (10 мең кешегә 48,9) тиклем арта. Республикала Һ.һ. үҫешенең төп йүнәлеше булып халыҡҡа мед. ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыу тора: 1963 й. алып Респ. клиник дауаханаһы базаһында респ. бөтә мед. учреждениелары эшмәкәрлегенә ойоштороу‑методик етәкселек итеү өсөн координация үҙәге эшләй. Балаларға мед. ярҙамы күрһәтеүҙе яҡшыртыу мәсьәләләренә айырым иғтибар бүленә: 1965 й. балалар өсөн урын 1940 й. м‑н сағыштырғанда 609‑ҙан алып 4142‑гә тиклем, урын м‑н тәьмин итеү — 10 мең балаға 1,7‑нән алып 11,4‑кә тиклем, балалар консультациялары һәм поликлиникалары һаны ошоға ярашлы 83‑тән алып 135‑кә тиклем арта. 1968 й. респ. халҡын 375 дауалау‑иҫкәртеү учреждениеһы хеҙмәтләндерә, шуларҙың 146‑һы мед.‑санитария ярҙамын ҡала, 229‑ы ауыл халҡына күрһәтә. Республикала был осорҙа 6367 табип (10 мең кешегә 16,6) һәм 23204 урта мед. хеҙм‑ре (10 мең кешегә 60,6) эшләй. Республикала Һ.һ. артабанғы үҫеше СССР МС‑ының “Илдә һаулыҡ һаҡлауҙы артабан яҡшыртыу һәм медицина фәнен үҫтереү буйынса саралар тураһында” (1968) ҡарары м‑н билдәләнә. Респ. дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларының, үҙәк район дауаханаларының матди‑техник базаһын нығытыу, поликлиника һәм стационарҙарҙа тикшереү һәм дауалауҙың сифатын күтәреү, мед. ярҙамының махсус төрҙәрен үҫтереү, халыҡты диспансерлаштырыуҙы камиллаштырыу һ.б. мәсьәләләр хәл ителә. 1966—70 йй. мед. кадрҙары һаны айырыуса арта, дауахана урындарының артымы 7935 (27,3%) урын тәшкил итә. 1970 й. дауахана урындары м‑н тәьмин итеү 10 мең кешегә — 95,5; ауылда 53,5 урын тәшкил итә. Халыҡҡа махсус мед. ярҙамын күрһәтеү күләмен киңәйтеү һәм сифатын яҡшыртыу өсөн матди‑техник һәм кадрҙар базаһы булдырыла. Халыҡты күпләп иммунлаштырыу һәм халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү респ. терр‑яһында тапманы, эпидемик полиомиелитты бөтөрөүгә булышлыҡ итә, инфекцион ауырыуҙар һанын, ш. иҫ. туберкулёзды, һиҙелерлек кәметә. 1971—75 йй. 138000 кеше ҡабул итерлек һәм 7589 урынға иҫәпләнгән поликлиника, Республика балалар клиник дауаханаһы сафҡа индерелә. 1975 й. БАССР‑ҙа 10 мең кешегә табиптар һаны — 24,0; урта мед. хеҙм‑рҙәре һаны 84,0 тиклемгә арта. Был йылдарҙа сәнәғәт пр‑тиелары эргәһендә медицина‑санитария бүлектәре үҫеш ала; 46 мед.‑санитария бүлегендә 271 цех участкаһы ойошторола; күп кенә нозологик формалағы ауырыуҙар контингентын диспансер күҙәтеүендә тотоу 100%‑ҡа етә. Респ. халҡына мед. ярҙамы 2955 амбулатория‑поликлиника, 435 дауахана учреждениеһы, 1949 фельдшер һәм фельдшер‑акушерлыҡ пункты тарафынан күрһәтелә. 1980 й. (1913 й. м‑н сағыштырғанда) респ. халҡының дөйөм үлем кимәле 4, балалар үлеме 11 тапҡырға кәмей, уртаса ғүмер оҙонлоғо 2 тапҡырҙан күберәккә арта (ҡара: Халыҡ һанының ғәмәли үҙгәреше). 1981 й. Өфөлә Кардиология диспансеры асыла. Махсус мед. ярҙамының артабанғы үҫеше бер нисә этапта бара. Беренсе этапта респ. дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында, диспансерҙарҙа, Өфөнөң ҡала дауаханаларында һәм БДМИ‑ның клиника каф. респ. дауалау‑диагностика үҙәктәре булдырыла. Юғары квалификациялы махсус мед. ярҙамын күрһәтеү үҙәге булып Респ. клиник дауаханаһы, артабан Респ. балалар клиник дауаханаһы иҫәпләнә, уларҙың базаһында 37 респ. дауалау‑диагностика үҙәге ойошторола. 90‑сы йй. аҙ. Өфөнөң 10 дауалау‑иҫкәртеү учреждениеһында (шуларҙың 4‑һе респ., 6‑һы ҡала кимәлендә) 2515 урынлыҡ дауалау‑диагностика үҙәге була. Икенсе этапта район‑ара махсус бүлектәр селтәре төҙөлә, уларға профилле респ. дауалау‑диагностика үҙәктәре етәкселек итә. 1998 й. ауылдарҙа респ. 9 ҡала дауаханаһы базаһында 44 район‑ара махсус бүлек була, уларҙа 2393 урын иҫәпләнә. Халыҡҡа махсус мед. ярҙамын үҫтереүҙең артабанғы этабы булып район‑ара консультация‑диагностика үҙәктәре селтәрен булдырыу һанала. 1999 й. БР‑ҙа ошо йүнәлештәге 10 үҙәк эшләй (шуларҙың 2‑һе үҙәкләштерелгән), был юғары квалификациялы махсус мед. ярҙамы күрһәтеүҙе тәьмин итеү шарты м‑н тикшерелеүсе халыҡ һанын бер нисә тапҡырға арттырырға мөмкинлек бирә. 1993 й. Респ. мотлаҡ мед. страховкалау фонды булдырыла. 90‑сы йй. уртаһынан Һ.һ. өлкәһендә халыҡ һаулығын һаҡлауҙың айырыуса киҫкен проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән респ. маҡсатлы программалары тормошҡа ашырыла: “Хәүефһеҙ әсәлек”, “Инвалид балалар”, “Вакцинопрофилактика” һ.б. 2001—04 йй. БР‑ҙа 932 урынлыҡ дауахана учреждениеһы һәм сменала 3620 кеше ҡабул итерлек амбулатория‑поликлиника учреждениеһы сафҡа индерелә. 2001 й. Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге комплексын төҙөү тамамлана, 2002 й. Респ. клиник дауаханаһының диагностика үҙәге асыла. 2004 й. алып күп профилле дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары базаһында лаб., функциональ диагностика үҙәктәре ойошторола башлай. 2011 й. БР‑ҙа 449 учреждение: 159 дауахана (28577 урынлыҡ), 216 амбулатория‑поликлиника (сменала 29400 кеше ҡабул итерлек), 10 — әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау (1500 урынлыҡ), 6 — ашығыс мед. ярҙамы (шуларҙың 3‑һө ашығыс мед. ярҙамы станцияһы, 3‑һө ҡан ебәреү станцияһы), 17 диспансер (4420 урынлыҡ), 6488 урынға иҫәпләнгән 43 шифахана (шуларҙың 7‑һе ололар, 36‑һы балалар өсөн), айырым типтағы 11 Һ.һ. учреждениеһы, 4 мед. үҙәге, 1 гигиена һәм эпидемиология үҙәге эшләй. 2011 й. аҙ. БР халҡын мед. хеҙмәтләндереүе 15856 табип (10 мең кешегә 38,9) һәм 41403 урта мед. хеҙм‑ре (10 мең кешегә 101,7) тарафынан башҡарыла.

БР халҡы һаулығын һаҡлауҙың хоҡуҡи нигеҙҙәре БР Конституцияһы (1993), “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы медицина страховкалауы тураһында” (1992), “БР‑ҙа ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты һаҡлау тураһында” (1993), “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәтте һаҡлау тураһында” (1993), “РФ‑та граждандар һаулығын һаҡлау нигеҙҙәре тураһында” (2011) закондары, Башҡортостан Республикаһының Экология кодексы (1992), Граждандар һаулығын һаҡлау т‑да кодекс (1993) м‑н билдәләнә. РФ граждандарына бушлай мед. ярҙамы күрһәтеүгә дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы 2006 й. алып БР‑ҙа “Һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проекты эшләй, унда төп йүнәлештәр билдәләнә: беренсел мед.‑санитария ярҙамының өҫтөнлөклө булыуын күтәреү (ҡайһы бер мед. хеҙм‑рҙәре категорияһына өҫтәмә аҡсалата түләү, дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларының диагностика хеҙмәтен һәм ашығыс мед. ярҙамы учреждениеларының һ.б. матди‑техник базаһын нығытыу, бала табыу сертификаттары индереү), Һ.һ. иҫкәртеү йүнәлешен көсәйтеү (халыҡта сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләү, диспансерлаштырыуҙы үткәреү һәм эшләгән халыҡ өсөн һаулыҡ паспорттары индереү), юғары технологиялы мед. ярҙамы төрҙәрен алыуҙы халыҡ өсөн киңәйтеү (федераль махсус мед. учреждениеларын дәүләт заданиеһы шарттарында эшләүгә күсереү, юғары технологиялы яңы мед. үҙәктәре булдырыу һ.б.). Башҡортостанда Һ.һ. системаһына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселек итә. Министрҙар (1946 й. тиклем халыҡ комиссарҙары): Ҡыуатов (1919 й. алып), И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров (1929 й. алып), К.Х.Ишмө­хәмәтов (1930 й. алып), Ғ.Ш.Ғәлиев (1937 й. алып), Ф.Х.Асҡаров (1938 й. алып), С.З.Лоҡманов (1940 й. алып һәм 1954 й. башлап), М.Н. Сиражетдинова (1950 й. алып), М.Х.Камалов (1960 й. алып), А.Х.Түрйәнов (1987 й. алып), З.Й.Мортазин (1995 й. алып), С.В.Шәһәрова (1999 й. алып), Р.М. Хәсәнов (2001 й. алып), Ф.Б. Шәмиғолов (2003 й. алып), А.А.Евсюков (2006 й. алып), Г.А.Шебаев (2011 й. алып), Ә.Ә.Бәкеров (2014 й. алып), Р.Ғ.Яппаров (вазифа башҡарыусы; 2018 й. алып). БР‑ҙа Һ.һ. проблемалары “Здравоохранение и социальное развитие Башкортостана” ж., “Медик” гәз., 2006 й. алып “Медицинский вестник Республики Башкортостан” (“Башҡортостан Республикаһының медицина хәбәрҙәре”) һәм “Медицинская газета Республики Башкортостан” (“Башҡортостан Республикаһының медицина гәзите”; БДМУ БР‑ҙың Һ.һ. министрлығы м‑н берлектә) һ.б. гәз. даими яҡтыртыла.

Шулай уҡ ҡара: Медицина.

Әҙәб.: История развития здравоохранения и медицинской науки в Башкирской АССР (1917—1980 гг.). /Кулагина А.А. [и др.] Уфа, 1981; Здравоохранение — приоритетное направление социальной политики Республики Башкортостан: сборник. Уфа, 2005.

А.А.Евсюков, А.У.Кинйәбулатов, Х.М.Мостафин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: