Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗЕМСТВО МЕДИЦИНАҺЫ

Просмотров: 1431

ЗЕМСТВО МЕДИЦИНАҺЫ, Рәсәйҙә 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында земстволар тарафынан ойошторолған халыҡты мед. хеҙмәтләндереүе системаһы. З.м. учреждениеларының эшмәкәрлеге мед. ярҙамын һәр кем алырлыҡ булыуы, ауыл халҡын хеҙмәтләндереүҙең участка формаһы м‑н бергә санитария‑иҫкәртеү эшен ойоштороу бәйләнеше принциптарына нигеҙләнгән. 19 б. 70‑се йй. уртаһына ҡарата Өфө губ. 7 дауахана, ш. иҫ. Өфөлә — соматик (ир‑ат өсөн 30, ҡатын‑ҡыҙ өсөн 7, балалар өсөн 4 һәм башҡорттар өсөн 10 урын) һәм төрмә (35 койка) дауаханалары, Бөрө (15 койка), Бәләбәй (12 койка), Стәрлетамаҡ (12 койка) ҡалаларында, Өфө өйәҙе Сәлих а. (5 койка) һәм Бөрө өйәҙе Силәс а. (5 койка) дауаханалар эшләй; 9 табип, 75 фельдшер һәм 10 кендек әбейе хеҙмәтләндерә. 1875 й. Өфө земствоһы Йәмғиәт ҡараулығы приказы дауаханаһын ойошторғас, Өфөләге аҡылдан яҙғандар өсөн йорт (36 урын) һәм ҡарттар йорто (85 урын) земство башҡармалары ҡарамағына күсә. Өфө губ. терр‑яһында 16 табип участкаһы, 36 фельдшер һәм 4 акушерлыҡ пункты ойошторола, 120 койкаға иҫәпләнгән 14 дауахана эшләй (ҡара: табл.). Өфө губ. земство башҡармаһы эргәһендә булдырылған берләшкән губ. табип‑санитар советы З.м. учреждениеларының идара итеү органы була (1909 й. алып йыл һайын саҡырыла; өйәҙ табип‑санитар советтарын берләштерә). 70‑се йй. аҙ. Өфө губ. земствоһы ауылда йәшәгәндәр өсөн мед. ярҙамын йөрөп күрһәтеү системаһын индерә. Һуңыраҡ мед. ярҙамы күрһәтеүҙең стационар системаһы индерелә, уның төп звеноһы булып амбулаториялы дауахана тора; участканы табип етәкләй, уның ҡарамағында 2—3 фельдшер була. Мед. ярҙамы күрһәтеүҙең ҡатнаш системаһы ныҡ үҫешә, был система б‑са табиптар дауаханала һәм амбулаторияла эшләй, ҡаты ауырығандарға һәм эпидемиялар ваҡытында ауырыуҙар янына йөрөп дауалай. Земство участка дауаханалары халыҡҡа дауалау-иҫкәртеү һәм санитария ярҙамы күрһәтеү үҙәктәренә әйләнә, улар эргә‑тирәләге терр‑я халҡын хеҙмәтләндерә. Һәр өйәҙ уртаса майҙаны 2680 квадрат саҡрым һәм 47 мең халҡы булған 6—8 мед. участкаһына бүленгән. Өйәҙ ҡалаһы айырым участка булып иҫәпләнгән. 1910 й. ҡарата земство дауаханалары Өфөлә (5) һәм бөтә өйәҙ ҡҡ. асыла: Бәләбәй һәм Бөрөлә — 8‑әр, Златоустта — 3, Минзәләлә — 6, Стәрлетамаҡта — 4. 1901 й. өйәҙ сиктәрен хеҙмәтләндереү өсөн амбулаториялары булған 5 өйәҙ‑ара дауахана (участкаһы диам. 20—30 саҡрымдан артмаған) асыу т‑да ҡарар ҡабул ителә; тәүге 3 дауахана (һәр береһендә 12 койка) 1917 й. эшләй башлай. 19 б. 90‑сы йй. уртаһында Өфө губ. терр‑яһындағы 48 дауахананан 22‑һе земствоға ҡараған. Өфө губ. земствоһының үҙәк мед. учреждениеһы соматик дауахана була, 1876 й. ул Губ. земство дауаханаһы статусын ала (ҡара: Республика клиник дауаханаһы). 80‑се йй. башында земство ауыл ерендә дауаханалар төҙөү эшен башлай. Ауыл халҡы өсөн тәүге дауалау учреждениелары 80‑се йй. башында Өфө өйәҙе Ардальоновка а., Бөрө өйәҙе Асҡын, Калегин, Надеждин, Һәйтәк аа., Бәләбәй өйәҙе Баҡалы, Бүздәк аа. эшләй башлай. 90‑сы йй. аҙ. түләүһеҙ өйәҙ стационарҙары ҡыҫҡартыла (1890 й. 6‑нан 1898 й. 2‑гә тиклем). 1898 й. бер табипҡа Златоуст өйәҙендә — 38,9 мең, Бөрө өйәҙендә 65 меңгә тиклем кеше тура килә (Рәсәй б‑са бер земство табибына уртаса 30,8 мең кеше тура килгән, табип участкаһының уртаса радиусы 17,1 саҡрым тәшкил иткән). 1903 й. Өфө губ. 45 табип эшләгән. Табиптар м‑н тулыландырыу б‑са Өфө губ. 34 Рәсәй земствоһы араһында 28‑се урында торған. З.м. үҫешендә мөһим йүнәлеш булып санитария‑иҫкәртеү эшмәкәрлеге тора: махсус сәсәк һалыу пункттары булдырыла, өйәҙ земстволары эргәһендә санитария бюролары ойошторола, өйәҙ санитария табибы вазифаһы индерелә. 80‑се йй. башлап табиптар айыҡлыҡ, ярлылар попечителлеге, Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе йәмғиәтенең урындағы идараһы һ.б. йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлегендә ҡатнаша башлай. 1905 й. Өфө губ. земствоһы эргәһендә Өфөлә беренсе ғилми‑тикшеренеү учреждениеһы — Пастер станцияһы (ҡара: “Иммунопрепарат”) асыла; Өфө губ. бактериология ин‑ттары булған 11 Рәсәй губ. иҫәбенә инә. 1909 й. алып ай һайын “Врачебно‑санитарная хроника Уфимской губернии” (“Өфө губернаһының табип‑санитар хроникаһы”) бюллетене сығарылған, күп таралған ауырыуҙар т‑да губернала йәшәгән халыҡтар телендә брошюралар нәшер ителгән, урыҫтар һәм урыҫ булмаған халыҡтар өсөн даими уҡыуҙар ойошторолған. 1882 й. земство табиптары Өфө губ. табиптары йәмғиәтен ойоштора; 1883—1908 йй. өйәҙ земстволарының киң вәкиллектәре м‑н табиптарҙың 6 съезы үткәрелә. 1‑се съезд эшендә Н.А.Гурвич һәм С.Я.Елпатьевский, 2‑се съезда тәүге тапҡыр ҡатын‑ҡыҙ табиптар М.Е.Торшилова һәм С.И.Гайдкевич әүҙем ҡатнаша. 1908 й. Өфө губ. земствоһы Өфө ҡатын‑ҡыҙҙар акушер‑фельдшерлыҡ мәктәбе (ҡара: Медицина колледжы) тотоуға аҡса бүлә башлай, уҡыусыларҙы ғәмәли әҙерләү базаһы булып Өфө губ. земство дауаханаһы хеҙмәт иткән. 1913 й. фельдшер һәм акушеркаларҙың беренсе губерна съезы була. 1913 й. Өфө губ. 143 табип һәм 342 урта мед. хеҙм‑ре эшләгән, 1718 койкаға иҫәпләнгән 51 земство дауаханаһы, 69 амбулатория, 52 фельдшер пункты булған. Мед. учреждениелары башлыса халыҡтың 5%‑ы йәшәгән ҡалаларҙа һәм урыҫтар йәшәгән ауылдарҙа урынлашҡан. 1910 й. Өфө губ. 2124 км2 майҙан биләгән бер табип участкаһына — 52 мең кеше (Рәсәй б‑са — 1050 км2 майҙанға 28 мең кеше), губернала йәшәгән 1 мең кешегә 0,28 дауахана койкаһы (Рәсәй б‑са — 0,43) тура килгән. Өфө губ. земствоһы сметаһында 1914 й. медицинаға һәм йәмәғәт бағыусылығына 793,56 мең һум (земство бюджетының 27,5%‑ы) аҡса бүленгән. Беренсе донъя һуғышы йылдарында земство дауаханаларының эше һуғыш ваҡыты шарттарына яраҡлаштырыла, 1915 й. сент. хәрби хеҙмәткә Бәләбәй, Бөрө, Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәренән 19 земство табибы һәм 31 фельдшер саҡырыла. С.‑Петербургта уҙған Бөтә Рәсәй гигиена күргәҙмәһендә (1913) Өфө губ. земство табиптары мед.‑санитария эшендәге ҡаҙаныштары өсөн алтын һәм көмөш миҙалдар м‑н бүләкләнә. З.м. принциптары респ. һаулыҡ һаҡлау дәүләт системаһын ойошторғанда нигеҙ булып тора.

Әҙәб.: Краткий очерк развития земской медицины в Уфимском уезде за 1875—1916 гг. Уфа, 1917; Шерстенников Н.А. Здравоохранение БАССР. Уфа, 1940; Веретенникова А.И. Записки земского врача. Уфа, 1984.

А.У.Кинйәбулатов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Өфө губернаһында земство медицинаһы үҫешенең төп күрһәткестәре

Йылдар

 

Медици-

наға сығым, һум

Табип участ-калары һаны

Фельдшер пункттары һаны

Табип участкаһының уртаса майҙаны (квадрат саҡрым)

Табип участкаһында халыҡ һаны

Амбулатор дауалау

һаны

Стационар

дауалау

һаны

1876

1880

1890

1900

1910

1915

100910

151382

189130

375457

874561

120611

16

19

32

39

66

70

36

61

27

40

54

41

Мәғлүмәт юҡ

5658

3359

2756

1920

1489

Мәғлүмәт юҡ

83568

60577

59075

49755

43766

55915

123451

Мәғлүмәт юҡ

Мәғлүмәт юҡ

Мәғлүмәт юҡ

1810415

2196

3256

Мәғлүмәт юҡ

Мәғлүмәт юҡ

Мәғлүмәт юҡ

25345

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: