Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЗОМЕРҘАР

Просмотров: 1035

ИЗОМЕРҘАР (гр. isos — бер төрлө һәм meros — өлөш, бүлеү), составы һәм мол. м. бер төрлө, ләкин төҙөлөшө һәм атомдарының арауыҡта урынлашыуы төрлөсә булған химик берләшмәләр. Структуралы һәм арауыҡлы И. айыралар. Структуралы булғандары терәклеләргә (углерод атомдарының бәйләнештәре төрлө тәртиптә), үҙ‑ара торошлоларға (молекулаларҙың углеродлы терәге бер төрлө булғанда бер иш функциональ төркөмдәрҙең йәки икеле, өслө бәйләнештәрҙең төрлөсә урынлашыуы; региоизомерҙар), валентлыларға (сигматроп шыуҙырылыштар — бәйләнештәрҙең урындарын алмашып урынлашыуы сәбәпле барлыҡҡа килгәндәр) бүленә. Арауыҡлы булғандары (стерео‑ И.) энантиомерҙарға (оптик йәки көҙгөлө И.; молекулаларҙың арауыҡтағы асимметрияһына һәм уларҙың полярлаштырылған нур яҫылығын әйләндереү һәләтенә бәйле, хираллек булған саҡта барлыҡҡа килә) һәм диастереомерҙарға (теләһә ниндәй 2 йәки унан күберәк хираллек үҙәге булған стерео‑ И., оптик антипод булып тормайҙар; σ‑формалыларға, хираллек элементтарының бер өлөшө конфигурацияһы м‑н айырылып тора, һәм π‑формалыларға, арауыҡта икеләтә бәйләнеш яҫылығына ҡарата урынын алмаштырыусылары төрлөсә булған цис‑ һәм транс‑ И., айыралар) бүленә. Ш. уҡ боролошло йәки конформацион И. (молекуланың атомдарын йәки уларҙың төркөмдәрен ябай углерод‑углерод бәйләнеше тирәһендә сикле рәүештә әйләнеүе сәбәпле барлыҡҡа килә), таутомерҙар (хәрәкәттәге тигеҙләнештә бер‑береһенә әүерелеүсе структуралы И.), рацематтар (энантиомерҙарҙың эквимолекуляр миҡдарынан тора, оптик әүҙемлеге юҡ) була. Башҡортостанда “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ‑нда (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) һәм “Каучук” ЯАЙ‑нда айырым һәм ҡатышмаларҙан торған И. сеймал сифатында: С4 углеводородының сәнәғәт фракцияларын изобутиленды айырып алғанда, изопрен, метил‑трет‑бутил эфирын синтезлағанда һәм ш. уҡ бөтә И. синтетик май рәүешле продукттарға олигомеризациялағанда файҙаланалар. Изомерлы фталь к‑талары — ҡатмарлы эфирлы пластификаторҙарҙы (“Авангард” ФДУП‑ы) һәм полиэтилентерефталатты (“Полиэф” ААЙ), изомерлы диен углеводородтары синтетик каучуктарҙы синтезлау нигеҙе булып тора; н‑алкандарҙы катализ юлы м‑н изоалкандарға изомерлаштырыуҙы мотор яғыулыҡтарының октан һанын арттырыу өсөн ҡулланалар. И. — биологик актив берләшмәләрҙе, ш. иҫ. энантиомерлыҡ яғынан таҙа дарыуҙарҙы, күп стадиялы органик синтезлау ваҡытында тикшеренеү объекты. Органик химия ин‑тында күпселек феромондарҙы (Ғ.Й.Ишморатов, В.Н.Одиноков), оптик яҡтан әүҙем инсектицидтарҙы, пиретроидтарҙы (Ф.З.Ғәлин, Г.А.Толстиков), простагландиндарҙы синтезлау үҙләштерелә, клопростенол (М.С.Мифтахов, Толстиков), нуклеозидтар һәм вирусҡа ҡаршы саралар (И.Б.Абдрахманов, Ә.Ғ.Мостафин, Толстиков) нигеҙендә ветеринар препараттар уйлап табыла. Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (У.М.Джемилев, Р.И.Хөснөтдинов) И. яҡтан таҙа Е‑октадиендар, мирцен, гераниол һ.б. берләшмәләрҙе айырып алыу ысулдары табыла, норборнадиендың һыҙыҡлы итеп конденсирланған три‑, тетра‑ һәм пентамерҙарының — махсус тәғәйенләнешле мономерҙарҙың ҡатмарлы арауыҡлы И. өйрәнелә. Конформацион изомерия, стереоизомерия, аномерлы нисбәттәрҙең үҙенсәлектәре 1,3‑дигетероциклоалкандар алыу өсөн Нефть техник университетында (С.С.Злотский, Д.Л.Рахманҡолов) һәм 1,3‑диолдар һәм тетрагидрофурандар алыу өсөн Башҡорт дәүләт университетында (М.Ғ.Сәфәров, Р.Ф.Талипов) олефиндарҙы һәм диендарҙы Принс реакцияһы б‑са функционализациялауға арналған хеҙмәттәр циклында тикшерелә. Шулай уҡ ҡара: Стереохимия, Полимерҙарҙың стереоизомерияһы, Стереорегуляр полимерҙар.

М.С.Мифтахов, Л.М.Хәлилов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: