Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗЛАТОУСТ

Просмотров: 1434

ЗЛАТОУСТ, ҡала (1865 й. алып), Златоуст тау округының (1811—1918), Златоуст өйәҙенең (1865—1923) адм. үҙәге. 1754 й. Златоуст (Косотур) заводы эргәһендәге ауыл булараҡ нигеҙ һалына. 1897 й. 20502 кеше (башҡорттар — 179, немецтар — 157, татарҙар — 277, урыҫтар — 19695 һ.б.) йәшәгән, 1912 й. — 34934 кеше. Халҡы күбеһенсә игенселек, малсылыҡ, төрлө кәсептәр м‑н шөғөлләнгән. 20 б. башында Златоуст ҡорал фабрикаһы, Златоуст (Косотур) з‑ды, 10 шәхси завод һәм фабрика эшләгән. Баҙар һәм йыл һайын ойошторола торған йәрминкәләр (24 ғин.—3 февр.) үткәрелгән. 1865 й. 2 шәхси һәм округ тау сәнәғәте уч‑щелары, 4 тау сәнәғәте мәктәбе, дауахана, 5 сиркәү; 1912 й. ҡыҙ һәм ир балалар гимназиялары, 13 башланғыс, 2 ҡала 4 класлы, түбәнге һөнәрселек һәм урта техник уч‑щелар, 3 дауахана, китапхана, музей, театр, 13 сиркәү, 12 часовня, 5 ғибәҙәтхана, ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры, кирха, костёл эшләй. 1890 й. З. аша Һамар—Златоуст т. юлы һалына. 1903 й. ҡалала эшселәр сыуалыштары була (ҡара: Златоуст ҡан ҡойошо). 1904 й. З. император Николай II килә [рус‑япон һуғышына (1904—05) китеүсе ғәскәрҙәрҙе ҡарай, Изге Троица соборына бара]. Граждандар һуғышы барышында З. 1918 й. июнендә Чехословак айырым корпусы һәм Халыҡ армияһы частары баҫып ала, 1919 й. июлендә ҡалаға РККА частары инә (ҡара: Златоуст операцияһы). 1919 й. ғин.—апр. һәм июндән алып З. Һамар‑Өфө крайы хакимиәте урынлашҡан. 1923 й. башлап Урал өлкәһе составында. Хәҙ. Силәбе өлкәһенең өлкә буйһоноуындағы ҡалаһы.

Әҙәб.: Златоуст — город крылатого коня. Златоуст, 2004.

П.В.Егоров, Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019