Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЗАН ГУБЕРНАҺЫ

Просмотров: 1620

ҠАЗАН ГУБЕРНАҺЫ, 1708 й. Ҡазан һарайы приказы ҡарамағындағы территорияның бер өлөшөндә ойошторола. Губернаға Урта һәм Түбәнге Волга буйы (37 ҡала һәм 34 биҫтә), ш. иҫ. Өфө өйәҙе (Бөрө, Зәй, Минзәлә, Табын биҫтәләре менән Өфө ҡ., батша һарайы ауылы Ҡаракүл) инә. Губерна реформаһы башҡорт ихтилалы (1704—11) ваҡытында үткәрелә һәм Өфө өйәҙе алдан көтөлгән Өфө губернаһы урынына Ҡ.г. составына индерелә. Был аҙым өйәҙҙең үҙ аллылығын сикләй, шулай уҡ хөкүмәт баш күтәреүселәрҙе губернаның ерле халҡы көсө менән баҫтырырға иҫәп тота. Ҡ.г. төньяҡта Архангелогород губернаһы, көнсығышта — Себер губернаһы, көньяҡ-көнсығышта — Ҡаҙаҡ ханлығы, көньяҡ-көнбайышта — Фарсы иле, көнбайышта Азов губернаһы менән сиктәш була. Административ үҙәге — Ҡазан ҡ. Ҡ.г. ойошторолғас, Өфө приказ йортоноң документтары Ҡазан губерна канцелярияһына күсерелә, хәрби, дипломатик, финанс мәсьәләләре, сауҙа эшен ойоштороу, хәрби хеҙмәткә алыу Ҡазан губернаторы ҡарамағына бирелә. Губернатор менән Өфө воеводаһы вәкәләттәре аныҡланмай, воевода тәғәйенләү тураһында указ сығарылмай. 1704—11 йй. ихтилал ваҡытында губерна властарының социаль‑сәйәси хәлде көйләргә һәләтһеҙлеге, стрелецтар ғәскәрен Ҡазан ҡ. күсереү һөҙөмтәһендә Өфө ҡ. ҡораллы көстәрҙең хәле ауырлашыуы, ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ, ҡарағалпаҡ һәм Себер татарҙарының Ҡазан ҡ. Рәсәйҙең дипломатик үҙәге тип таныуҙан баш тартыуы арҡаһында 1711 й. Өфө өйәҙе туранан‑тура Сенат ҡарамағына бирелә. 1728 й. ҡабул ителгән рәсми указ буйынса Өфө провинцияһы (Минзәләнән тыш) губерна составынан сығарыла. 1920 й. Ҡ.г. бөтөрөлә, территорияһы ТАССР, Мари һәм Сыуаш автономиялы өлкәләре составына инә.

В.Н.Моратова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023